Өсөнсө тапҡыр “Орбита”ға сығалар16.04.2013
28 апрелдә республикала 5 – 6-сы кластар өсөн өсөнсө тапҡыр “Орбита” полиолимпиадаһы уҙғарыла. Ярыштар логика, математика, урыҫ һәм башҡорт телдәре, тәбиғәт фәне буйынса үтә.

Сарала еңеүселәр Башҡортостандың Мәғариф министрлығы дипломдары һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә. Төп бүләк — планшет компьютер. Былтыр 6-сы класс уҡыусылары араһында Күмертауҙан, 72 балл йыйып, Максим Иванов еңеү яулағайны. Икенсе урында Мораҡ ауылынан Диана Әлимғолова, өсөнсөлә Баймаҡтан Рөстәм Астафьев һәм Учалынан Иван Суханов булды.
5-се класс уҡыусылары араһында былтыр Белореттан Дмитрий Тарасов, Учалы районынан Флүрә Казарина һәм Рауил Вәлиев еңеп сыҡты. Өфөнән Айҙар Бикбулатов икенсе булһа, Айҙар Юлсурин, Наил Нурмөхәмәтов һәм Вадим Собханғолов өсөнсө урынды бүлеште.
Полиолимпиаданы ойоштороусы республика башҡорт лицей-интернаты былтырғы бәйгелә еңеп сыҡҡан 5-се кластарҙы быйыл инде 6-сылар дәрәжәһендә көс һынашырға саҡыра.


Вернуться назад