Илдең биле ныҡмы?16.04.2013
Һорауға яуапты бергәләп эҙләү кәрәк
Әүәл-әүәлдән түрәләрҙең дә төрлөһө булған. Тамаҡ ҡырып, һүҙен теш араһынан һөҙөп кенә сығарғандар бар. Йә иһә ҡайһы берәүҙәре, өҫтәл хужаһы итеп тәғәйенләнһә, халыҡ менән һөйләшеү телен онотоп уҡ ебәрә. Вазифа әҙәм балаһын һәр йәһәттән һынай. Әйтер һүҙем — үткән аҙнала Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың телевизион эфирҙа республика халҡы менән һөйләшеүе тураһында.
Ябай кешеләрҙең хакимиәт вәкилдәре менән аралашыуы хәҙер уҙған йылдарҙағы формаларын юғалтты. Түрәләр ойошманан ойошмаға, ауылдан ауылға йөрөп, элекке һымаҡ йыйылыштар үткәреп, халыҡ фекерен тыңлап бармай. Депутатлыҡҡа кандидаттарҙың, һайлаусылар менән осрашып, формаль булһа ла наказдар йыйыуы ла бөттө. Фекерләшеү виртуаль аудиторияға, төрлө коммуникация сараларына ҡарап ҡалды.
Республикабыҙ Президенты, Башҡортостандағы иң юғарғы вазифала эш башлағас та, тәүге көндәрҙән үк, төрлө социаль төркөмдәр вәкилдәренең ни уйлауын, нимәгә мохтажлығын, ниндәй кәртәләргә һуғылып сәбәләнеүен ишетә, күрә, аңлай барырға теләүен аңғартҡайны. Был ихласлыҡ булдымы, тәжрибәле сәйәсмәндең уйлап эшләнгән аҙымымы, әллә блог аша хәбәрләшеү Президенттың ҡиммәтле ваҡытын самаһыҙ сарыф итә башланымы, һәр хәлдә донъя мәшәҡәттәре етәксе кешегә кабинетта компьютерға текләп кенә ултырырға форсат бирмәй. Аралашыуҙың төрлө формаларын эҙләү Президентҡа республика халҡы менән йыл һайын телеэкран аша һөйләшеүҙең уңай булыу фекеренә килтергәндер.
Уҙған кесе йомала Рөстәм Зәки улының эфирҙа ике сәғәт булыуы, ил башлығына ҡуйылырға тейешле юғары талаптар күҙлегенән ҡарағанда, тотошлай маҡтауға ғына дәғүә итә алмай. Тапшырыуҙы ойоштороусылар, студияға ҡала, район гәзиттәрендә, урындағы телевизион тапшырыуҙар редакцияларында эшләүсе журналистарҙы йыйып, халыҡҡа иң яҡын йөрөүсе ҡәләмгирҙәр аша йәмғиәттең һәр күҙәнәгенә хаким фекерен еткерергә өмөтләнгәндер, шәт.
Бындай форматтағы һөйләшеүгә хас булғанса, күтәрелгән мәсьәләләрҙең ижтимағи яңғырашын бер үлсәүҙәргә генә һалыу мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта Саҡмағош телевидениеһы журналисы, ябылып өлгөргән һәм ошо хәүеф алдында ҡалған мәктәптәр яҙмышына Президенттың иғтибарын йәнә йүнәлтеп, фекер алышыуға шундуҡ көсөргәнеш бирҙе. Һәр кемдең телендә булған мәсьәләнең асылы, әлбиттә, ҡаҙнаның наҡыҫлығында ғына түгел. Гәзиттәр, телевидение, Интернет Рәсәйҙә бюджет аҡсаһын талау һәм туҙҙырыуҙың хәҙер милли уйынға әүерелеүе тураһында өҙлөкһөҙ тылҡып тора. Асыҡтан-асыҡ бурлыҡ ҡоласлы һәм нигеҙләнеп еткерелмәгән мегапрожекттар менән үрелеп бара. Йөҙҙәрсә миллиард һум аҡсаның елгә осоуына йә иһә офшорҙарға йәшерелеүенә шаһит халыҡҡа, мәҫәлән, ауыл мәктәбен тотоуҙың бюджетҡа ни өсөн ауырға төшөүен бар, аңлатып ҡара. Ауылда барған фажиғәле процестарға ҡағылып, Президент: “Әгәр ысындан да шулай икән, был — драма”, — тип йомғаҡланы. Рәсәйҙә ауылға ҡарата бойомға ашырылған хәҙерге сәйәсәт ғөмүми халыҡтың генофондын ҡаҡшатыуға, дәүләтте ҡыйратыуға килтерә. Эшһеҙлек, социаль ғәҙелһеҙлек, властың тәкәбберлеге бер генә илдә лә һәм һис ҡасан да ел-дауылһыҙ үтмәй.
Дәүләт — тере организм. Уның тамам камиллашҡан, һәммә мәсьәләләре лә ахырынаса хәл ителгән осоро булмай. Шул уҡ ваҡытта көндәлек тормошобоҙҙо туҡтауһыҙ көрәшкә әйләндереү ҙә — йәшәү түгел. Әгәр мәсьәләгә киңәйтеберәк ҡараһаҡ, ил етәкселегенә 1984 йылдың февралендә Константин Черненко килгәндән бирле идара итеү системаһында закондарға таяныусы аныҡлыҡ та, асыҡ маҡсатлы йүнәлеш тә юғалды. Дәүләттә һәм хатта республика кимәлендә лә, Президент, Хөкүмәт рәйесе — сәйәси фигуралар. Уларҙың бурысы — илдең тотороҡло үҫешен тәьмин итә торған стратегик, оҙайлы, алға йүнәлтелгән мәсьәләләр тураһында уйлау. Беҙ иһә дәүләт башлығынан ихатаға асфальт түшәтеүҙе, кескәй генә йылға аша күпер һалдырыуҙы, дауаханаға автомашина бүлеүҙе, яҙғы боҙҙа балыҡ ҡармаҡлаусы баймабаштарҙы ҡотҡарыуҙы көтәбеҙ.
Ҡала һәм райондарҙан йыйылған журналистар, үҙ төбәктәренең хәстәрҙәрен ҡайғыртыусылар булараҡ, күҙгә бәрелеп торған ниндәйҙер мәсьәләне республика етәксеһе ҡолағына төшөрөргә тырышты. Хәйер, Президентҡа теге йәки был юлдар менән мөрәжәғәт иткән өс мең ярым самаһы кеше лә, әлбиттә, шуны уҡ көҫәгәндер. Әммә Президент менән һөйләшеүҙе ҡәҙимге йыйылышҡа әүерелдереү ҙә уның сәйәси бәҫен күтәрмәй. Хөрмәтле район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, үҙегеҙ хәл итергә тейеш мәсьәләләрҙе журналистар теле менән республика етәксеһе иңенә ауҙарырға тырышыу — һеҙҙеңсә, егетлекме? Рөстәм Зәки улы, тәрбиәле һәм әҙәпле кеше булараҡ, мөрәжәғәттәрҙең береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ, ләкин... Ғөмүмән, аңғарғанһығыҙҙыр.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Мәскәүҙең күпселек каналдарынан айырмалы рәүештә, ғәмәли тормоштан айырылмай. Хакимиәт вәкилдәре менән әленән-әле осраштыра тороу, улар формаллектән арынмаған хәлдә лә, халыҡҡа исмаһам эсен бушатырға форсат бирә.
Тотош дәүләт сәйәсәтенә, эске тормоштоң үҙәк йүнәлештәренә ҡағылышлы мәсьәләләр, әлбиттә, юғары вазифалы кешеләрҙең иғтибарын талап итә. Ағиҙел ҡалаһы халҡы, атом электр станцияһы төҙөлөшөнә күҙ терәп тороп та, унан ҡолаҡ ҡаҡҡас, эшһеҙлектән тиҫтәләрсә йылдар яфа күрә. Ҡала һынлы ҡаланы “булыр-булыр” менән күпме албырғатырға мөмкин? “Башнефть” компанияһындағы структура үҙгәрештәре гөрләп торған гүзәл Дүртөйлө ҡалаһын да ауыр хәлгә ҡуйҙы. Хәйер, бындай миҫалдар һәр ҡалала, район үҙәктәрендә, ҡасаба-ауылдарҙа ла бар. Рәсәй Хөкүмәте, страховкалау өсөн түләмдәрҙе ҡапыл ике тапҡырға арттырып, кесе эшҡыуарлыҡтың боғаҙынан алды. Тимәк, ауылдарҙа ҡабаттан терелеп кенә килгән тормош усағы йәнә тапап һүндерелә. Ә беҙ ауылда балаларҙың аҙ булыуына зарланабыҙ, мәктәптәр мәсьәләһен шуға бәйләйбеҙ. Ауыл хужалығы предприятиеларын техника менән тәьмин итеү, ауылға ҡайтып эшләргә теләүсе төрлө һөнәр белгестәренең һәммәһенә лә ярҙам һәм ташламаларҙы тиң биреү, медицина хеҙмәтләндереүе һәм янғын хәүефһеҙлеге, тәбиғәттең именлеге һәм сабыйҙар тураһындағы хәстәрлек — быларҙың барыһы ла тәү ҡарамаҡҡа ғына бер-береһе менән бәйләнмәгән һымаҡ. Ғәмәлдә иһә коммуналь хеҙмәт тә, урмандағы ауыр эштә йөрөүселәргә ярҙам да, мәҙәниәт йорттарының яҙмышы һәм уртаҡҡа торлаҡ төҙөтөүселәрҙең һемәйеүе лә — тормош тигән ҙур келәмдең күҙҙе иркәләгән һәм ҡарауға имәнес биҙәктәре. Әммә был — тормош, һәм уның татлы һутын йотоп, әсеһен урап үтер әмәлдәр юҡ.
Хәҙер власть вәкилдәренең халыҡ менән осрашыуҙары төрлө кимәлдә һәм төрлөсә форматта ойошторола. Әгәр власть ябай кешеләр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә ынтыла икән, әлхәмдүлилләһ! Бары хәбәрләшеүҙәр һөҙөмтәле, вәғәҙәләр иман булһын ғына. Илдең билен уртаҡ маҡсат һәм бергәләп эшләү генә нығыта.