Йөрәк йылыһын йәлләмәне20.12.2011
Ғүмерем буйы ҡулымдан ҡәләм төшмәһә лә, аҡ ҡағыҙ битенә тәүге тапҡыр ҡурғаштай ауыр һүҙҙәр төшөрөүем.
Ғәмәл дәфтәренең ҡара бите асылды: ғүмер йондоҙомдоң иң яҡтыһы булған ҡатыным, балаларыма йән биреп, уларҙы матур кешеләр итеп тәрбиәләп үҫтергән Фәһимәм, беҙҙе етем ҡалдырып, фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсте.
Егерменсе быуаттың уртаһынан башланған тормош юлыбыҙҙың осо бер ваҡытта ла булмаҫ кеүек ине. Ул һуҡмаҡты беҙ бер-беребеҙгә ныҡлы таяныс булып, ғәжәп бер тырышлыҡ менән һәм ышаныслы рәүештә атлап үттек.
Ул тормошто яратты, ғүмере баҡый ал-ял белмәй, ғаиләгә лә, тирә-яғындағы кешеләргә лә изгелек күрһәтергә тырышып эшләне, донъя бөтәйтергә, тормоштоң рәхәтлеген татып йәшәргә ынтылды.
Ул кешеләрҙе ярата ине, уның киң күңелендә барлыҡ туғандарына ла, хеҙмәттәштәренә, күрше-күләнгә, тәү тапҡыр күргәненә лә урын етерлек булды. Ғәжәп ярҙамсыл йән ине ул. Уның изгелеге арҡаһында туғандарҙың ғына түгел, ят кешеләрҙең дә күпме балаһы ҙур тормош юлына аяҡ баҫты, күпмеһенә ауыр саҡтарында һуңғы көндәренә тиклем аҡыллы кәңәше менән дә, йөрәк йылыһын биреп тә ярҙам итте.
Шуға күрә уны ла яҡын күрҙеләр, ул үҙен бер ваҡытта ла яңғыҙ тойманы. Һуңғы юлға оҙатҡанда кешеләрҙең бик күп килеүе яҡты донъяла ҡалыусы беҙҙең күңелгә генә түгел, уның мәңге һүнмәҫ кеүек тойолған йөрәгенә лә һиллек биргәндер, моғайын.
Ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан өсөн республикабыҙ Президенты Хакимиәтенә, Хөкүмәтебеҙгә, Ишембай районы хакимиәтенә, бүтән барлыҡ ойошмаларға, ҡәләмдәштәремә, туғандарға һәм дуҫ-иштәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Яҡты донъяла йәшәргә дәрт биреүсе, Фәһимәм, һин китһәң дә, беҙ ҡалабыҙ һәм һинең нурлы йөҙөң, яҡты рухың ғүмеребеҙ аҙағынаса күңелдәребеҙҙә һаҡланыр.
Мусиндар ғаиләһе.


Вернуться назад