Нәфислекте һөйә Нәфисә16.04.2013
Нәфислекте һөйә НәфисәҺәр ауылда, ҡалала оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ бар. Межгорье ҡалаһында ла байтаҡ улар. Шуларҙың береһе — Нәфисә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Шаһыбалова тураһында һөйләмәксемен.

Ул Белорет районының Исмаҡай ауылында тыуып үҫеп, педагогия училищеһында, аҙаҡ институтта уҡыған. 42 йыллыҡ педагогик эш стажы бар. Тәжрибәле уҡытыусы әле хаҡлы ялда.
Уның тырышлығына, оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Өй эсе тулы — хужабикәнең тилбер бармаҡтары тыуҙырған балаҫтар, сигелгән һүрәттәр күҙ яуын алырҙай. Нәфисә Ғәлиәхмәт ҡыҙы — ысын мәғәнәһендә рәссам, матурлыҡ тыуҙырыусы оҫтабикә. Иң яратҡан шөғөлө — ырғаҡ менән селтәр, карауат япмаһы бәйләү, сағыу төҫтәге, матур таҫмалар менән сигеп, биҙәкле ҡорамаларҙан йорт кәрәк-ярағы тегеү. Фатиры ҡул эштәре менән бик ыҡсым биҙәлгән. Йорто үҙенсәлекле сәнғәт донъяһын хәтерләтә. Эштәренең һәр береһе мөғжизәле биҙәктән хасил, улар бер-береһен ҡабатламай.
Нәфисә апайыбыҙҙың матурлыҡҡа ғашиҡ икәнлеген тәҙрә төптәрендәге йәйен дә, ҡышын да шау сәскәгә төрөнгән гөлдәренә ҡарап белеп була. Ә йәйҙәрен баҡсаһындағы еләк-емеше, йәшелсәһе, сәскәләре һоҡланғыс була.
Нәфисә Ғәлиәхмәт ҡыҙы нисек барыһына ла өлгөрәлер, тип аптырап та ҡуяһың. Ул бит китап уҡырға ла, спорт менән шөғөлләнергә лә, биш тапҡыр намаҙын уҡырға ла ваҡыт таба.
Өҫтәүенә, яҡшы әсә лә ул. Улы Альберт — фельдшер, ә ҡыҙы Ләйсән БДУ-ның Сибайҙағы филиалында юрист һөнәренә уҡып йөрөй. Аделина менән Радмир исемле ейән-ейәнсәре лә бар уның. Балаларын һәр саҡ яҡты йөҙ менән, мул ризыҡтар әҙерләп ҡаршылай.
Нәфисә апай көн дә, күҙ нурҙарын түгеп, ҡул эштәре менән була. Шул уҡ мәлдә күңеле төрлө уйға сорнала. Бигерәк тә эскелектең көсәйеүе уны хафаландыра. Тағы ла йәштәрҙең эшһеҙ булыуы ла борсой. "Фани донъяла үкенмәҫлек итеп, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп йәшәргә кәрәк", — ти ветеран уҡытыусы.
Бына шулай барыһына ла изгелек ҡылып, ғүмерҙең бер минутын да юҡ-барға сарыф итмәй, кешегә яҡшылыҡ, яҡтылыҡ өләшеп йәшәй беҙҙең Нәфисә апайыбыҙ.


Вернуться назад