Кино сәнғәте — ғәжәп көслө, үҙенсәлекле донъя. Уның ярҙамында ҡитғалар аша артылып, Ер шары буйлап сәйәхәткә сығабыҙ, бығаса белмәгәнде беләбеҙ, ишетмәгәнде ишетәбеҙ. Күптән түгел генә Көнбайышта йәшәүсе һәр кемдең тиерлек шәхси адвокаты булыуын белеп шаҡ ҡаттыҡ. Хоҡуҡтары аҙ ғына боҙолһа ла, ҡыйырһытылһа ла — тота һалып үҙенең ҡурсалаусыһына шылтырата. Яңыраҡ ғаиләнең шәхси психологы булыуы тураһында ла белдек.
Ошоғаса ниндәйҙер сит ил фильмынан хәтерҙә һаҡланған бер эпизодты онотоп булмай: урта йәштәрҙәге ҡатын, әхирәтенә ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуы тураһында зарланғандан һуң, үҙенең шәхси психологы менән күптән осрашып һөйләшмәгәнен иҫенә төшөрә.
Шәхси психолог... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университеты профессоры Вадим Фәтхи улы Сафин раҫлауынса, беҙҙең өсөн был һүҙбәйләнеш әлегә бик сәйер яңғырай, әгәр ҙә ул тормошобоҙҙа ғәҙәти хәлгә әүерелһә, күп кенә шәхси мәсьәләләрҙән ҡотолорға мөмкин булыр ине. Психология Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә ғәмәли фәнгә әүерелһен өсөн Вадим Фәтхи улы әллә нисәмә тиҫтә хеҙмәт йылын сарыф итә.
Психологияның кеше йәнен дауалауы тураһында аҙ-маҙ беләбеҙ ҙә кеүек. Ә кешеләр, билдәһеҙлектән, яңғыҙлыҡтан баҙап ҡалмайынса, тормош ауырлыҡтарын еңергә өйрәнһен өсөн ни эшләргә һуң? Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙгә тыныс, тиңдәр араһында тиң йәшәү һәм үҙеңде ышаныслы тойоу өсөн психологтар ярҙамы кәрәклеге уҙған быуаттың 70-се йылдарында Мәскәү дәүләт педагогия институты аспирантураһын тамамлаған йәш ғалимға яҡшы билдәле ине. Шуға күрә Башҡортостанға ҡайтып, хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетына эшкә килеү менән, ул психология кафедраһын ойоштора. Бында күберәк уҡыу-методик характерҙағы мәсьәләләр менән шөғөлләнәләр. "Ә беҙгә практик психологтар нығыраҡ кәрәк, — тип иҫәпләй Вадим Фәтхи улы. — Улар өсөн кеше йәнен аңлау, өйрәнеү бер үк ваҡытта фән дә, сәнғәт тә буласаҡ!"
Башта ул ҙур теләк менән республикала психология буйынса берҙән-бер түңәрәкте ойоштора. Аҙаҡ бөтә ҡалаларҙа ла тиерлек ҙур предприятиеларҙа яҡшы мөхит тыуҙырыуға булышлыҡ итеүсе, хужалыҡ иҫәбендә эшләүсе социаль-психологик лабораториялар барлыҡҡа килә. Психодиагностика һәм суд-психологик экспертиза буйынса махсус лабораторияның 15 йылдан ашыу эшләүен дә иҫкә төшөрмәү мөмкин түгел. Эске эштәр министрлығы, прокуратура, судтар уның төп заказсылары ине. Һөҙөмтә шатланырлыҡ: педагогия университетының дөйөм психология кафедраһы эргәһендә аспирантура асылды, Вадим Сафиндың йөҙләгән шәкерте республиканың төрлө тарафында эшләй, ғилми дәрәжәгә, юғары исемдәргә лайыҡ булғандары ла етерлек.
Бөгөн профессор үҙе ойошторған түңәрәккә йөрөгән тәүге студенттарын айырыуса ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала. Башҡортостандағы академик психология тап шул егет һәм ҡыҙҙарҙан башланды бит, төрлө наградаға, алтын миҙалдарға, дипломдарға лайыҡ булған йәштәрҙең докладтары һәм сығыштарынан оло фәнгә һуҡмаҡ һалынды. Үҙ эшен яҡшы белгән тынғыһыҙ Вадим Сафин кеүек ғалимдар арҡаһында психология бөгөн ниндәйҙер абстракт фән булараҡ ҡабул ителмәй. Әммә шуныһы ла билдәле: шәхси психологка мөрәжәғәт итеү беҙҙә һаман да ғәҙәткә инмәй, уларҙың урынын әлегә экстрасенстар, күрәҙәселәр, сихырсылар биләй. Юҡҡа ғына профессор 1989 йылда практик психологтарҙың юғары курстарын асманы шул. Әле лә ул йәштәрсә дәрт менән ошонда эшләй, фәндең халыҡ именлеге, сәләмәтлеге хаҡына тағы ла юғарыраҡ бейеклектәргә үрләренә ысын күңелдән ышана.