...Уҡыу йорто байрамса биҙәлгән, дәртле көй яңғырай, фойела үткәнде һәм бөгөнгөнө сағылдырған күргәҙмә ойошторолған. Белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусылары – бөгөн үҙҙәре ҡунаҡ, уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, күбеһенең ҡулында гөлләмә, кемдәрҙер иҫтәлеккә фотоға төшә. Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап колледжының 80 йыллыҡ юбилейына арналған тантана шулай башланды.
Һигеҙ тиҫтә йыл дауамында белем усағын 23 меңдән ашыу уҡыусы тамамлаған, бөгөн бында ике меңгә яҡын студент уҡый. Белем биреү учреждениеһында һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Заманса матди-техник базаның булдырылыуы, инновацион белем биреү технологияһын индереү, студенттарҙың ялын файҙалы ойоштороу — шуға миҫал.
– Һәр уҡыу йортона хас булған шикелле, һеҙҙең дә үҙ йүнәлешегеҙ бар, – тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. – Һеҙҙә студенттарға төплө белем биреү менән бер рәттән тәрбиәгә лә ҙур иғтибар бүленә. Был тәңгәлдә педагогтарҙың тырыш хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел. Әлбиттә, тәжрибә оҙаҡ йылдар туплана, электән килгән изге йолалар һаҡлана.
Республикабыҙҙың мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов белдереүенсә, белем усағын тамамлаусылар әле күп урында юғары вазифа биләй, илебеҙгә кәрәкле белгес булып танылған. Ул хеҙмәт алдынғыларына "Башҡортостандың мәғариф отличнигы" билдәһен һәм министрлыҡтың Почет грамотаһын тапшырҙы.
Кисәне алып барыусылар Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновтың һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың ҡотлау телеграммаларын уҡып ишеттереүе сараның мәртәбәһен күтәрҙе.
– Ғилемде мәңге ҡоромай торған шишмә менән сағыштырыу, миңә ҡалһа, дөрөҫ, – тине колледж директоры Сәйфетдин Ҡунысбаев. – Беҙҙең егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ, баш баҫып уҡыуҙан айырмалы, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Үҙебеҙҙә уҙғандары хаҡында һөйләү артыҡ, бынан тыш, улар ҡала һәм республика кимәлендә лә танылыу яулай. Шул уҡ ваҡытта олимпиада, конкурс һәм ғилми конференцияларҙа ла уңыштары менән һөйөндөрәләр. Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – республика предприятиелары менән социаль партнерлыҡ күперен булдырыу.