Туранан-тура аралашыуға етмәй13.04.2013
Туранан-тура аралашыуға етмәйКесе йома кис республика халҡының ҙур өлөшө, донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, телевизор экраны алдына йыйылды. Был көндө Башҡортостан юлдаш каналы тура эфирҙа Президент Рөстәм Хәмитов менән аралашыу ойошторҙо.

Республика етәксеһенең төбәк халҡы менән ошондай форматта аралашыуы быйыл бишенсе тапҡыр үтте. Һүҙ ҙә юҡ, тура бәйләнеш йылдан-йыл популярлаша. Шулай булмай ни: халыҡ алдында Президент ниндәйҙер кимәлдә имтихан тота бит!
Ойоштороусылар ҙа был эшкә ижади ҡарай һәм һәр саҡ яңылыҡ индерергә тырыша. Быныһында, мәҫәлән, Рөстәм Зәки улына һорау биреү өсөн студияға республиканың район һәм ҡалаларының киң мәғлүмәт саралары журналистары саҡырылғайны. Был аңлашыла: улар урындағы хәлде яҡшы белә. Президент менән күҙгә-күҙ осрашыу форсаты иһә йыш эләкмәй. Шуға күрә ҡәләм оҫталарының һорауҙары ҡыҙыҡлы булыуы, аныҡлығы һәм көнүҙәклеге менән айырылып торҙо.
Һорауҙарҙы республиканың теләгән бер кешеһе бирә ала ине. Хәбәр ителеүенсә, улар бер аҙна алдан ҡабул ителде. Республика етәксеһенә барлығы 3 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Иң ҙур әүҙемлекте Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ һәм Бөрө ҡалалары менән Белорет, Мәләүез, Учалы райондары халҡы күрһәткән. Аңлашыла, тура эфир ваҡыты бик сикле һәм уларҙың бөтәһенә лә яуап биреү мөмкин дә түгел. Шулай ҙа бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, һуңғараҡ уларға ла яуап биреләсәк.
Алдан көтөлөүенсә, мөрәжәғәттәр йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкәләренә лә ҡағылды. Социаль мәсьәләләр, иҡтисад, мәҙәниәт, сәйәсәт, спорт — бер мөһим тема ла ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, йәмғиәттә төрлө фекер тыуҙырған ауыл ерендә мәктәптәрҙе ябыу, Торатауҙы һаҡлау, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек, алданған өлөшсөләр, мәңгелек булған юлдар менән торлаҡ проблемалары һәм башҡалар халыҡты борсой. Район һәм ҡалаларҙан бирелгән һорауҙарҙың ҙур өлөшө урындағы сетерекле хәлдәргә бәйле булды. Мәҫәлән, баймаҡтар Темәс ауылында янғындан һаҡлау посы булдырыуҙы, Учалы районының Байрамғол ауылында “ашығыс ярҙам” хеҙмәтен йәнләндереүҙе, ҡариҙелдәр урман эшкәртеү буйынса программа һорай. Баймаҡ районының Күлтабан ауылы халҡын экология проблемаһы, туймазыларҙы теплицаға газдың хаҡы ҡиммәтләнеүе, Күгәрсен районында йәшәүселәрҙе юл мәсьәләһе борсой. Архангелдәр күпер юҡлығына зарлана, ишембайҙар “Хеҙмәт даны ҡалаһы” статусын һорай.
Бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы, бөтәһенә лә яуап табылды. Президент халыҡты борсоған проблемаларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын тәҡдим итте, теге йәки был мәсьәлә буйынса үҙенең аныҡ позицияһын билдәләне. Иң мөһиме, Рөстәм Зәки улының “Кешеләр өсөн эшләргә” тигән девизы ғәмәлдә һәм ул бөгөн дә уның буйынса эшләүен дауам итә.

Айнур МӨХӘМӘТОВ, Нуриман районы:
— Бирелгән һорауҙарҙың даирәһе киң булды. Рөстәм Зәки улының уларҙың һәр береһенә шунда уҡ тиерлек яуап табыуы һоҡландырҙы. Ул тиклем мәғлүмәтте хәтерҙә тоторға, республика тормошон яҡшы белергә кәрәк бит бының өсөн!

Фәүзиә БИКТИМЕРОВА, Ҡырмыҫҡалы районы:
— Президенттың тура эфирҙа халыҡ менән аралашыуын һәр саҡ ҡарайым. Быйыл хатта үҙем дә һорау ҡалдырғайным, уны эфирҙа уҡыманылар, шулай ҙа Рөстәм Зәки улы, аҙаҡ яуап буласаҡ, тине — көтәм. Дөйөм алғанда, аралашыу бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Моғайын, күптәр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ишеткәндер. Бындай һөйләшеүҙе артабан да дауам итергә кәрәк тип иҫәпләйем.

Илдар ВАХИТОВ, Хәйбулла районы:
— Мин Рөстәм Зәки улына бер аҙна самаһы элек үк һорау ҡалдырғайным. Ул ауылдарҙа мәктәп ябылыуына бәйле. Был мәсьәлә бик көнүҙәк, шуға күрә ул хаҡта тәүгеләрҙән булып һоранылар. Быға Президенттың ҡаршы булыуы, мәктәптәрҙе һаҡларға тырышасағы тураһында әйтеүе күңелдә өмөт уятты, әлбиттә.

Гөлиә ХАФИЗОВА, Салауат ҡалаһы:
— Элегерәк Владимир Путиндың халыҡ менән аралашыуын бик ҡыҙыҡһынып ҡарай торғайныҡ. Хәҙер был тәжрибәне үҙебеҙҙең Президент та файҙалана һәм дөрөҫ эшләй. Тимәк, ул халыҡ менән туранан-тура аралашыуҙы хуп күрә, һәр һорауға ла яуап бирергә әҙер. Был беҙҙе бик шатландыра.


Вернуться назад