Халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен үҫтереүҙә милли гимназияларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Ҡала шарттарында эшләгән бындай белем усаҡтарының хеҙмәте айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ.
Мәҫәлән, Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы — ике тиҫтә йылға яҡын эшмәкәрлегендә республиканың алдынғы белем усаҡтары рәтенә баҫҡан мәғариф учреждениеһы. ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе статусын алған гимназияла балаларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.
Әйтәйек, унда өс йыл инде милли мөхиттә камил шәхес тәрбиәләү йәһәтенән тәжрибә майҙансығы эшләй. Ғилми етәкселәре — Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының Һәләтле балалар менән эшләү үҙәге директоры Флорида Фәхретдинова. Проекттың төп маҡсаты, әлбиттә, уҡыусының үҙенсәлек һәләтен билдәләп, уны артабан үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Бының өсөн педагогтар, психологтар ярҙамында һәр балаға баһа бирелгән, бөтәһенә лә айырым портфолио төҙөлгән. Уҡыусылар төрлө конференцияларҙа, семинарҙарҙа сығыш яһай, республика, ил кимәлендәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Гимназияның үҙендә “Ғилем”, “Алмаш” тигән ойошмалар эшләй, “Киләсәк” исемле гәзит сыға. Уҡыусылар 15-тән ашыу түңәрәктә һәм спорт секцияларында шөғөлләнә. Бында Өфө дәүләт нефть техник университетының кластары эшләүе, Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итеү, уҡыу йорттары студенттарының педагогик практика үтеүе йәш быуындың һәләтен үҫтереү өсөн айырыуса әһәмиәтле.
Ошо көндәрҙә алдынғы гимназияла тәжрибә майҙансығы эшләй башлауының өс йыллығы уңайынан ғилми-ғәмәли семинар ойошторола. Унда республиканың төрлө район-ҡалаһынан уҡытыусылар саҡырылған. Уҡыу йортоноң директоры Илшат Бикҡолов әйтеүенсә, төрлө фән буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтеләсәк, кластан тыш саралар, милли мөхиттә камил шәхес тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойоштороласаҡ.