Яҙғы боҙға ышанма13.04.2013
Ташҡындың көслө буласағы алдан күҙалланһа ла, республиканың ҡала һәм райондарын һыу баҫыу дауам итә, халыҡты хәүефһеҙ ергә күсерәләр. Тәбиғәт үҙенекен итә.
Көн һайын редакцияға әле бер төбәктә, әле икенсеһендә булған хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт килә. Мәҫәлән, кисә Ҡырмыҫҡалы районының Ляхов ауылы эргәһендә Шишмәнән Ҡырмыҫҡалыға юлланған ир, юлды ҡыҫҡартырға булып, машинаһы менән йылғаны кисергә ниәтләй. Яҙғы боҙ яҫтыҡтай булһа ла ышанма, тигән мәҡәлде онотҡандыр ул. Автомобиль һыуға батҡан. Йылға тотҡононда ҡалған ирҙе ауыл халҡы күреп ҡалған. Тиҙ арала ҡотҡарыусылар саҡырылған. Уны кәмә менән саҡ сығарғандар.
Архангел районының Ҡыҙылъяр ауылы эргәһенән аҡҡан Инйәр йылғаһында боҙ тығыны барлыҡҡа килеү сәбәпле, һыу тиҙ арала күтәрелеп, 29 йортҡа үтеп ингән. Телефон аша Абҙан ауыл Советы рәйесе Фаил Ҡужәхмәтов менән бәйләнешкә индек:
— Был йорттарҙа йәмғеһе 63 кеше йәшәй. 44 кеше эвакуацияланды, уларҙың 22-һе — балалар. Кисә зыян күреүселәр үҙ йорттарына ҡайта башланы. Йылға ауыл уртаһынан үтә, шуға күп йорттарға һыу инде. Һигеҙ йорт айырыуса ныҡ зыян күрҙе. Тығын таратылғас, йылға ярҙарына ҡайта башланы.