“Һеҙ – иң яҡшыһы!”13.04.2013
Һәр һөнәр маҡтауға лайыҡ. Әммә улар араһында уҡытыусы хеҙмәте әүәл-әүәлдән үҙенең бөйөклөгө менән айырылып торған. Заман менән бергә илдәге ҡоролош үҙгәреп, мәғариф тармағы төрлө һынауҙарға дусар булһа ла, уның иңендә бер үк бурыс — балаларға төплө белем биреү, һәр яҡлап һәләтле шәхес итеп тәрбиәләү. Шуға ла халҡыбыҙ элек-электән ошо һөнәр эйәләренә хөрмәт менән ҡараған.

Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2013” конкурсы еңеүселәре менән осрашыуы – шуның асыҡ миҫалы.
Быйылғы бәйгелә Өфөләге 115-се гимназияла белем биреүсе ”Иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” тип баһаланған Оксана Шәрәфетдинова абсолют еңеүсе булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатынан Луиза Мырҙаҡаева – дөйөм фәндәрҙән, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназиянан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Баяҙғолова иң шәбе булып танылһа, татар теле һәм әҙәбиәтенән Туймазылағы 1-се мәктәп-интернат уҡытыусыһы Зинфира Нурисламоваға етеүсе булманы.
Осрашыу йәнле барҙы. Тәүҙә Рөстәм Хәмитов мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр, борсоған проблемаларға туҡталһа, һуңынан еңеүселәрҙең эше менән ҡыҙыҡһынды.
– Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайым. Мин үҙем дә уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкәс, һеҙҙең хеҙмәттең ни тиклем ауыр, яуаплы икәнлеген яҡшы аңлайым. Шундай абруйлы бәйгелә еңеп сыҡҡас, тимәк, һеҙ – иң яҡшыһы. Артабан да шулай эшләүегеҙҙе теләйем, – тине республика етәксеһе.


Вернуться назад