Уның бар булмышын баҫалҡылыҡ биҙәй. Айыҡ аҡыл, рух ҡөҙрәте, күңел йомартлығы менән һуғарылған баҫалҡылыҡ. Иң мөһиме — был хис уның үҙ булмышын ғына йылытып ҡалмай, балаларына, яҡындарына, хеҙмәттәштәренә, ауылдаштарына, райондаштарына һөйөү һәм хөрмәт ҡөҙрәте аша тарала...
Әңгәмәсем Нәсиә Йосопованы күптән беләм. Архангел яҡтарына юл төшкән һайын уның менән күрешмәй ҡайтҡаным юҡ. Бигерәк тә "Инйәр" район гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән йылдарында ярҙамы күп тейҙе — теге йәки был темаға мәғлүмәт һорап та, үҙебеҙ барып етергә форсат теймәгән ауылдарҙан мәҡәләләр әҙерләп ебәреүҙәрен юллап та йыш шылтырата торғайныҡ. Араларҙы әле лә һыуындырған юҡ. Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙының фатихаһынан бөгөн дә "Инйәр" гәзите коллективы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Ә бит Нәсиә Йосопованың булмышы — уҡытыусылыҡ. Райондың иң көслө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе була ул. Уҡыусылары — район, республика олимпиадаларында еңеүселәр, тел, ил тип янып-көйгән илһөйәрҙәр. Ғөмүмән, уҡыусыларҙа милли үҙаң тойғоһо уятыу, башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү — Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙының тормош маҡсаты. Егерме йылдан ашыу райондың Абҙан урта мәктәбенә етәкселек иткән йылдарҙа ла ул нәҡ ошо принциптарына тоғро ҡала: коллективта рух берҙәмлеге көсәйә, музейҙарҙа бай экспонаттар туплана, башҡа бүлмәләр кеүек үк, башҡорт теле һәм әҙәбиәте класы ла заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Директорҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә белем усағы районда тәүгеләрҙән булып кабинет системаһына күсә, яңы мәктәп бинаһы төҙөлә, хеҙмәт тәрбиәһе тейешле кимәлгә ҡуйыла.
Уҡытыусылар менән аралашҡан һайын шуға инанам: уларҙың тырышлығы, фиҙакәр хеҙмәте еңеү-ҡаҙаныштарҙа, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарында, Почет грамоталарында, ғөмүмән, яуланған дан-шөһрәттә түгел, ә тәү сиратта уҡыусыларының тормошонда, бәхетле яҙмышында, яҡты киләсәгендә сағыла. Әгәр Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙының бер уҡыусыһы сығарылыш кисәһендә: "Бәлки, минең белем кимәлем башҡа мәктәп уҡыусыларыныҡынан артыҡ та түгелдер, ләкин был мәктәптә мине Тыуған илде һөйөргә һәм уның патриоты булырға өйрәттеләр", — тигән икән, тимәк, уҡытыусының тырышлығы бушҡа булмаған.
Бөгөн Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы — "Инйәр" гәзите хәбәрсеһе. Яуаплы вазифаһы уны халыҡҡа тағы яҡынайтты — райондаштарының тормош һулышын, күңел кисерештәрен тойоп йәшәй ул. Айырыуса мәғариф темаһына йөрәкһенеп яҙа. Ни эшләйһең — уҡытыусылар, уҡыусылар, ғөмүмән, ғилем донъяһы уны һаман үҙенә тарта.
Уҡытыусы, баш мөхәррир, хәбәрсе... Мәртәбәле вазифаларҙы дауам итеп, Әсәй тип тә өҫтәр инем. Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙының балаларына өләшкән күңел йылыһы, мөхәббәте көнләшерлек. Тап ошо хис бөгөн уны йәшәтә, илһамландыра, ҡәҙерле итә.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
Архангел районы.