Мин – тәбиғәт балаһы13.04.2013
Тәбиғәттең һәр миҙгеле һәйбәт,
Һәр бер көнө уның йәмлелер;
Тәбиғәтте һөйгән кешеләрҙең
Күңелдәре һиҙгер, ғәмлелер.
Рәшит ШӘКҮР.
“Ҡаланы маҡта, ауылда тор” тигән боронғолар һәм бер ҙә яңылышмаған. Тәбиғәт ҡосағында йәшәү – бәхет.
Тәбиғәт – беҙҙең әйләнә-тирәбеҙ, тыуған еребеҙ, тыуған яғыбыҙ… Барыбыҙ ҙа — тәбиғәт балалары. Йәшел урмандар шауы, шишмәләрҙең сылтырап ағышы, йылға-күлдәренең сихри сафлығы күңелдәргә йән тыныслығы бирә. Улар беҙҙе туйындыра, йәшәү өсөн дәрт-дарман, көс-ҡеүәт өҫтәй, сафландыра, илһамландыра. Ер-әсәбеҙгә аҙ ғына һаҡһыҙ ҡағылһаң, емерелергә, ыуалырға ғына тора. Шуға ла ул ярҙамға мохтаж.
Борон-борондан кешеләр тыуған яғының матурлығына дан йырлаған, гүзәллеген һәр кешегә еткерергә тырышҡан. Тыуған йортон, ауылын, тыуған яғын ысын күңелдән яратҡан кеше генә Ватаны өсөн үҙ-үҙен аямайынса көрәшкә күтәрелә.
Шишмәләр… Кемдең генә күңеленә илһам һалмай ҙа кемгә генә ҡанат ҡуйып, хыялдарын үҫтермәй икән! Улар – тәбиғәткә йән өрөүсе, йылға, күл, инеш, диңгеҙ, океандарға тормош бүләк итеүсе. Шишмәләрҙе беҙ мәңгелек сығанаҡ тип ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Улай түгел икән шул. Ҡарамаһаң, улар ҙа ҡорой. Мәҫәлән, беҙҙең ауылыбыҙҙа ла инештәр күп булған. Һыуҙы колонкаларҙан ағыҙып эсә башлағас, күптәре юҡҡа сыҡты. Был бигерәк тә ҡыҙғаныс.
Урмандарҙы кем генә яратмай: сут-сут һайраған ҡоштар, хуш еҫле еләк, сәскә, үлән еҫтәре... Ял көндәрендә кешеләр төркөм-төркөм булып урманға ағыла. Әммә барыһы ла ошо байлыҡты тейешенсә файҙалана, һаҡлай беләме?
Минең тыуған яғым – Илеш, ауылым – Иҫәнбай. Беҙҙең яҡта бөркөт осорҙай бейек ҡаялы тауҙар, ҡалын-ҡалын ҡара урмандар юҡ. Ә шулай ҙа минең өсөн иң матур ул Иҫәнбайым. Сал ҡылғанлы битләүҙәре, күкрәп үҫкән үләндәре, хуш еҫле сәскәләре, еләк-емешкә бай туғайҙары, күп төрлө йәнлектәре һәм балыҡҡа бай йылғалары менән күркәм.
Муйыл, йүкә сәскә атҡан миҙгелде кем генә яратмай инде. Гөрләп осҡан бал ҡорттары тауышына үҙеңде ожмахта кеүек хис итәһең.
Аҙға ғына ситкә ҡунаҡҡа китһәм дә, ауылымды өҙөлөп һағынып ҡайтам. Яңы хистәр менән күңелем тулыша, йөрәгемдә дәрт уяна.