Нисәмә йыл дауамында урамдарҙың исеме, биналарға ҡуйылған яҙыуҙарҙың башҡорт телендә дөрөҫ тәржемә ителмәүе, хаталар китеүе тураһында һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, тик телебеҙҙе боҙоу осраҡтары кәмемәй.
Ҡыҙғаныс, “Автойыуыү”, “кафехы”, “әш вакыты” һымағыраҡ яҙыуҙарға күнегеп тә киттек, буғай. Күптән түгел иһә урамда күргән ҙур баннерҙағы яҙыуҙан шаҡ ҡаттым. Бөтә бәлә — башҡорт телендәге саҡырыуҙа мәғәнәһеҙ хаталар булыуында. Был баннер бер беҙҙең районда ғына эленмәгән, башҡа тарафтарҙа ла ҡуйылған икән. Шулай итеп, республиканы кемдеңдер иғтибарһыҙлығы, бәлки, белеме етмәүе арҡаһында хаталы баннерҙар “биҙәй”. “Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!” тип яңғырарға тейешле яҙыу урынында халыҡты тирә-яғыбыҙҙы һаҡлауға өндәгән изге эшкә бер ҡалаҡ дегет өҫтәлгән. Уларҙы яһауға киткән сығымдар тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Һәр ерҙә лә үҙ эшен белгән, яуаплы белгестәр булыуы мөһим. Әммә ниңәлер хаталарҙың урыҫ яҙыуында түгел, ә башҡорт тәржемәһендә булыуы уйландыра.