Балыҡсылар аҡса түләмәйәсәк13.04.2013
Кемгә нисек, миңә ҡалһа, йылға буйында ҡармаҡ тотоп ултырыу — иң шәп ял. Тик балыҡ ҡапһын өсөн оҫталыҡ та кәрәк бит әле. Шуға ла ҡуртымға алынған быуаларға йөрөргә тырышабыҙ. Беренсенән, бындай урындарҙа уңайлылыҡ өсөн бөтөн шарттар булдырылған. Икенсенән, ҡармаҡҡа мотлаҡ балыҡ эләгә. Ә был үҙең генә түгел, балалар өсөн дә ҡыуаныс! Шуға ла туризмды ошо йүнәлештә үҫтереүҙең дөрөҫлөгөнә иманым камил.
Аҙмы ни республикала һунарсылар менән балыҡсылар? Башҡортостандың Тәбиғәттән фәйҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, һунарсылыҡ ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһында һүҙ ошо йүнәлеште үҫтереүгә бәйле проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында барҙы.
— Республикала туризмдың был төрөн үҫтереүгә башҡа төбәктәр, сит ил кешеләре лә ҡыҙыҡһыныу белдерә. Бай, хозур тәбиғәтебеҙгә ымһыныусылар байтаҡ. Балыҡ тотоу, һунар итеү, тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышыу маҡсатында килергә теләүселәр бар, – тине министр урынбаҫары Илдус Яхин. – Бының өсөн республикала ресурстар етерлек. Беҙгә ҡырағай һунарсылыҡтан кейек аулауҙың заманса ысулдарына күсергә ваҡыт. Шуға ла вольерҙар һанын арттырыу фарыз. Бындай һунар, фаунаның тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыу менән бергә, һунарсыларҙың ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерәсәк.
Әйтеүҙәренсә, Башҡортостандың 19 районында дөйөм майҙаны 250 гектар тәшкил иткән вольерҙар булдырыласаҡ. 13 район, бының өсөн Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан рөхсәт алып, эш башлаған да инде. Асҡын, Ауырғазы, Благовар, Дәүләкән, Йылайыр, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Нуриман, Шишмә, Яңауыл райондарында тиҙҙән ошондай вольерҙар ойоштороласаҡ. Бында ҡоралай, мышы, ҡабан һәм башҡа йәнлектәр үрсетеләсәк. Кейектәр Киров, Мәскәү, Ҡурған өлкәләренән һатып алынасаҡ.
Тик ошо мәсьәләләр буйынса һунарсылыҡ хужалығы етәкселәренең береһе ризаһыҙлығын белдерҙе: "Түләүле һунар һәм балыҡсылыҡҡа сит ил туристарын йәлеп итеү мәсьәләһе ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырасаҡ. Беҙҙә туризм үҫешмәгән. Тәүге сиратта ял итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу фарыз. Әлбиттә, һунарға килгән кешегә, "биш йондоҙ"ло ҡунаҡхана булмаһа ла, уңайлы бүлмә, транспорт һәм башҡаһы тәҡдим ителергә тейеш". Министрлыҡ вәкилдәре уның менән килеште. Ысынлап та, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ өлкәһендәге туризмды үҫтереү тәү сиратта республика халҡына ял итеү шарттары булдырыу һәм Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан беҙҙең тарафтарға килергә ниәтләгән туристарға йүнәлтелгән.
Коммерция маҡсатында балыҡсылыҡты үҫтереү мәсьәләһе лә тикшерелде. Тиҙҙән федераль закондарҙағы үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә һыу ятҡылыҡтарында бушлай балыҡ ҡармаҡлау мөмкин булмаясаҡ, тип һүҙ ҡуйыртҡайнылар. Тик балыҡсыларға ҡурҡырға түгел. Түләүле быуалар балыҡ тотоу өсөн тәғәйенләнгән барлыҡ һыу ятҡылыҡтарының 10 процентынан артмаҫҡа тейеш.