Һулар һауа нимәнән ғибәрәт?13.04.2013
Ҡала халҡы йыш ҡына насар еҫкә, баш ауыртыуына, ҡаланы зәңгәр төтөн ҡаплауға зарлана. Ҡайһы берәүҙәр бында йәшәү кеше һаулығы өсөн зарарлы, тип фаразлай. Ҡаланың нефть эшкәртеү предприятиеһы менән йәнәш булыуы үҙ эҙемтәләрен бирә, әлбиттә. Һауаның кеше һаулығына зыянлымы-түгелме икәнен тикшергән белгестәр был турала ни әйтә һуң? Тирә-яҡ мөхиттең торошон мониторинглау буйынса комплекслы лаборатория начальнигы Әминә АҘНАЕВА менән ошо хаҡта бәйән итте.

Һауа составында төрлө ҡушылмалар бар: туҙан, углерод, аммиак һәм башҡалар. Һәр ҡаланың һәм төбәктең сәнәғәт предприятиелары тирә-яҡ мөхиткә сығарып ташлаған ҡалдыҡтар исемлеге лә билдәләнгән. Мәҫәлән, “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы 200-ҙән ашыу төр ҡалдыҡ ташлай. Был элементтар атмосфераға сыҡҡас та бер-береһе менән реакцияға инә һәм ҡатнашма барлыҡҡа килтерә: азот окисы, аммиак, көкөрт водороды, углеводород. Уларҙың һәр береһе өсөн табиптар тарафынан концентрацияның рөхсәт ителгән иң юғары кимәле билдәләнгән. Тап ошо күрһәткесте белгестәр һәр ваҡыт күҙ уңында тоторға тейеш.
– Иң тәүҙә һауаның бысраныу ихтималлығы иҫәпкә алына, – тип аңлата Әминә Аҙнаева. Был хаҡта барлыҡ сәнәғәт предприятиеларына хәбәр итәләр. Улар үҙ эшмәкәрлеген анализлап, хәлде ҡатмарландырмаҫ өсөн саралар күрә. Икенсе режим иғлан ителһә, предприятиеларҙағы ҡайһы бер эштәр мотлаҡ туҡтатылырға тейеш.
Өсөнсө режим билдәләнгәндә, ҡала өҫтөн ҡуйы томан ҡаплай, халыҡтың табиптарға мөрәжәғәт итеүе йышая. Был режим Салауатта, ғәҙәттә, яҙ, ҡар ирегән ваҡытта булғылай. Ҡыш буйы ҡарға һеңгән зарарлы матдәләр иреп парға әйләнә һәм йәнә атмосфераға ташлана. Ошо миҙгелдә йөрәк сирлеләр йыш ауырый.
Дүртенсе һәм бишенсе режим кеше һаулығы өсөн хәүеф тыуҙыра. Тын ҡыҫылыу, күҙҙән йәш ағыу, йөрәккә зарланғандарҙың сире ҡуҙғалыуы ихтимал. Был осраҡта кисекмәҫтән саралар күрелергә тейеш.
Әминә Аҙнаева белдереүенсә, Салауатта әлегә бындай хәлдең булғаны юҡ. Шулай ҙа ҡала бөгөн экологик яҡтан бысраҡтар иҫәбендә. Ҡасан был хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер? Уныһын әйтеүе ҡыйын.


Вернуться назад