Шаранда Андрей Соловьевты белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Район үҙәк дауаханаһында теш табибы булып эшләй ул.
Һәр кешегә яҡты сырайлы, яғымлы, ипле һүҙле егетте бөтәһе лә хөрмәт итә.
Буш ваҡыттарында Андрей район мәҙәниәт йортона ашыға. Сыуашса ла, татарса ла бик матур йырлай. Уны “Беҙҙең һандуғас” тип кенә йөрөтәбеҙ. Бер ваҡыт Стәрлебашта үткән йәштәр һабантуйында ошондай мәрәкә лә була. Андрей йырлай башлағас, бөтә халыҡ, был бит мутлаша, Айҙар Ғәлимовтың яҙмаһын ҡуйған да үҙе ауыҙын асып-ябып ҡына тора, ти. Ахырҙа унан баянға ҡушылып, микрофонһыҙ йырлауын үтенәләр. Егеттең ғәжәп моңло тауышы танылған эстрада йондоҙоноҡона шул тиклем оҡшауына барыһы хайран ҡала. Андрей төрлө йыр бәйгеләрендә теләп ҡатнаша, татар йырсыларының “Туған тел” конкурсында лауреат була.
Ул бынамын тигән ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Альбина менән өс бала үҫтерәләр. Күркәм өлгө күреп үҫкән сабыйҙар ата-әсәһен яҡшы уҡыуҙары, тәртипле булыуҙары менән ҡыуандыра.
В. ӘХМӘТОВ.
Шаран районы.