Ярҙамы ҙур13.04.2013
Бала сағым Ейәнсура районының Яңыбай ауылында үтте. Һуғыш осоро балаһы булмаһам да, уның шауҡымын тойған кеше мин. Атайым һуғыштан яраланып ҡайтып, 1959 йылда Ырымбур госпиталендә донъя ҡуйҙы, һәм беҙ, һигеҙ бала, етем ҡалдыҡ. Иң бәләкәйебеҙгә — 1, ә миңә 4 кенә йәш ине.

Әсәйебеҙ бар көсөнә беҙҙе кеше итергә тырышты, уҡыуыбыҙға ҙур иғтибар бирҙе. Ниндәй генә гәзит-журнал алдырмай инек: “Советская женщина”, “Роман-газета”, “Ағиҙел”, “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы”, “Пионер”, “Башҡортостан пионеры”... Иң тәүҙә “Совет Башҡортостаны”н ул үҙе уҡый торғайны. Ә беҙ уның аша хәрефтәрҙе танып белдек. Ҡустымды, ике туған һеңлеләремде ошо гәзиттең баш битенән уҡырға өйрәттем. Бала саҡтан матбуғатҡа һөйөү шулай тәрбиәләнгәндер, тип уйлайым.
Студент йылдарында яратҡан гәзитемде киосктан һатып ала торғайным. Өләсәйем дә йыйып барҙы. “Ошо һанды уҡығыҙ, бына һеҙгә ҡыҙыҡлы мәҡәлә”, – тип ултырыр ине. Ул 92 йәшкә тиклем әсәйем менән йәшәне, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем гәзитте күҙлекһеҙ уҡыны.
Үҙем 1978 йылдан Баймаҡ районында ғүмер итәм, яратҡан гәзитемдән айырылғаным юҡ. Һәр ваҡыт алдырам, башҡаларға ла бирәм. Бигерәк тә “Түңәрәк өҫтәл”, “Файҙалы кәңәштәр” рубрикаларын, сәнғәт, шиғриәт биттәре, яңы әҫәрҙәрҙән өҙөктәр оҡшай. Шулай уҡ райондаштарым, бергә уҡыған дуҫтар (Өфөлә 1-се мәктәп-интернатты тамамланым) хаҡында ла гәзиттән уҡып торам.
Ҡыҙыҡ хәл дә булды. Бер әхирәтемде юғалттым. Тормошҡа сыҡҡас, адресы ла үҙгәрҙе. “Башҡортостан”да уның ире тураһында мәҡәлә күрҙем дә хат яҙҙым... Әле аралашабыҙ.
Рәхмәт һиңә, яратҡан гәзитем! Ярҙамың һәр ваҡыт ҙур булды.


Вернуться назад