Алтын ҡуллы, сал сәсле13.04.2013
Алтын ҡуллы, сал сәслеӨләсәйем... Алтын ҡуллы, сал сәсле, йомшаҡ, ипле, әҙәпле, иманлы, тормошта дәрт-көс биреүсе, саф күңелле кеше ул.

Сәриә өләсәйем хозур тәбиғәте менән дан ҡаҙанған ҙур Сәйетбаба ауылында тыуған. Ул үҙенең бала сағы тураһында күп һөйләй. «Эшләмәгән эш ҡалманы, шулай ҙа тырышып уҡырға ла, уйнарға ла өлгөрә инек”, – ти. Өләсәйем Юлыҡ ауылында ғүмер итә. Олатайым менән өс ул, ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Бөтә балалары ла башлы-күҙле. Улар өләсәйемә – терәк-таяныс, матур донъя көтәләр.
Өс улы ла армияла булған. Яҡшы хеҙмәте һәм өлгөлө тәртибе өсөн хәрби частарынан тыуған йортҡа рәхмәт хаты килә. Был – үҙе ҙур шатлыҡ һәм бүләк, тип уйлайым.
Мин өләсәйемде ныҡ яратам, кәңәштәрен тыңлайым. Ял көндәрендә ауылға шатланып ҡайтам да уның йылы ҡосағына һыйынам. Эй, рәхәт! Әлдә, өләсәй, һин бар, тип шатланам. Ул минең яҡшы уҡыуыма ҡыуанып бөтә алмай. «Аҡыллымды”, – тип арҡамдан дөпөлдәтеп һөйһә, үҙемде йәнә бер башҡа үҫкәндәй тоям.
Рәхмәт һиңә, өләсәйем, оҙаҡ йәшә!


Вернуться назад