Шахматсы малайҙар13.04.2013
Шахматсы малайҙар“Зирәктәр, сәмселдәр. Мин уларҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуям”, — Йылайыр балалар ижад йорто тренеры Дамир Солтанов ағалы-ҡустылы Илсур менән Тимур Таҡаловтарҙы шулай тип маҡтап бөтә алмай.

Илсур – икенсе, Тимур өсөнсө класта уҡый. Малайҙар мәктәптән ҡайтыу менән ижад йортона йүгерә. Шахмат уйыны икеһенә лә ғәжәп оҡшай. Аҡлы-ҡаралы таҡта янында сәғәттәр буйы ултырырға риза улар.
Күңел һалып шөғөлләнгәс, малайҙарҙың уңыштары ла артҡандан-арта. Тәүҙәрәк мәктәп күләмендәге ярыштарҙа еңеү яулаһалар, хәҙер уларҙың район, зона бәйгеләрендә тәүге урындарҙы яулауына күнегеп тә баралар.
Шахмат – аҡыл, тапҡырҙар уйыны. Ул шәхестең зиһенен үҫтерә, сабырлыҡ, әҙәплелек кеүек сифаттар тәрбиәләй. Шахматсыларҙың насар уҡыуы мөмкин түгел. Малайҙар икеһе лә гел “дүртле”, “бишле” билдәләренә генә өлгәшә.


Вернуться назад