Миәшәгәрҙә егәрле, дәртле халыҡ йәшәй. Ең һыҙғанып эшләгән кеүек, матур итеп ял да итә беләләр.
Гөлназ Мөхәмәтйәрованы телгә алһаң, мотлаҡ мәҙәниәт йорто, сәхнә күҙ алдына килә, сөнки бер генә мәҙәни сара ла унһыҙ үтмәй бында.
Матур йырлаған, өҙҙөрөп гармунда уйнаған Гөлназды ауылдаштары ла ихтирам итә. Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Әй ҡыҙҙары” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы ул.
Тормош иптәше Ирек Себерҙә эшләй. Оло ҡыҙҙары Алина Ҡазан ҡалаһында йәшәй, ире Руслан менән бер ул үҫтерә. Леналары – “Янғантау” шифаханаһында шәфҡәт туташы.
Гөлназ Мил ҡыҙы иһә, татлы ризыҡтар бешереп, ойоҡ-бейәләй бәйләп, ҡәҙерле тормош иптәшен – эшенән, ҡыҙҙарының, кейәүҙәренең, ейәненең ҡунаҡҡа ҡайтҡанын һағынып көтөп ала. Итәғәтле, кешелекле килен ҡәйнәһен дә ҡарай. Бар ергә лә өлгөрөү өсөн рулгә лә ултыра. Йорт-ҡура мәшәҡәттәре менән янһа ла, күңел талабы булған йырҙарын ташламай, бармаҡтары гармун телдәре буйлап йүгерә.
Шулай беҙҙең ҡатын-ҡыҙ, донъя йөгөн тартһа ла, күңелдәре йырлы, моңло уларҙың. Йөҙҙәре лә нурлы, һүҙҙәре лә ихлас, башҡарған эштәре лә изге.