Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, ваҡыт үткән һайын тормошобоҙ яңы техника менән тулылана, әленән-әле ҡеүәтле машиналар уйлап табыла. Тормошобоҙ күпкә еңеләйҙе һымаҡ, әммә үҙгәрештәр еле рухи ҡиммәттәрҙе лә урап үтмәне. Хәҙер күптәр китап урынына — Интернетты, хат яҙыр урынға SMS-хәбәр ебәреүҙе хуп күрә. Шуға күрә лә гәзиттең тоғро дуҫтары ебәргән бер генә хатты ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Күңел йылыһын, күҙ нурҙарын һибеп яҙылған хат юлдары беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Улар уҡыусыларыбыҙҙың эске донъяһын аңларға, теләктәрен, маҡсаттарын яҡшыраҡ белергә ярҙам итә, эшкә дәрт өҫтәй.
Түбәндәге хатты Ғафури районынан Зәйтүнә Искәндәрова ебәргән. «Оло йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, «Башҡортостан» гәзитен йыл да алдырабыҙ. Тормош хаҡында, әхлаҡи темаларға яҙылған хикәйәләр, әҫәрҙәр оҡшай, юрист кәңәштәре лә бик файҙалы. «Йома» һанында, әгәр мөмкин булһа, бәйеттәр, мөнәжәттәр баҫтырһағыҙ, бигерәк тә һәйбәт булыр ине. Мәсеттә үткән байрамдарҙа артистар башҡарған бәйеттәр, йырҙар бик оҡшай, әммә уларҙы отоп ҡалып булмай. Белһәк, ейәндәребеҙгә өйрәтер инек, эстәлеген һөйләр инек», — тип яҙа хат авторы. Хәйбулла районынан килгән хат та тап ошо хаҡта. «Беҙ «Башҡортостан» гәзитенең аҙнаһына биш мәртәбә килә торғанын ғүмер буйы алдырабыҙ, ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ. Ул — ысын мәғәнәһендә халыҡ гәзите. Беҙҙең атай-әсәй был баҫманы 1950 йылдан алдырған. Республика халҡының күпселеге ҙур ҡалаларҙан ситтә урынлашҡан ауылдарҙа йәшәй, улар республика яңылыҡтарын иң беренсе матбуғат аша белә», — тип яҙа Ҡоҙабаевтар ғаиләһе.
Ә был хатты Ҡырмыҫҡалы районынан Зилә Кинйәбаева яҙған. «Гәзитте күп йылдар инде алдырабыҙ. Матур, йөкмәткеле, уҡымлы баҫма. Йыл да бүләккә «Дини календарь» алып шатланам. Уның биттәрендә баҫылған мәҡәләләр, ниндәй генә өлкәгә ҡағылмаһын, бер кемде лә битараф ҡалдырмай», — тигән ул. Ошо уҡ райондан Фәрүәз Муллағолов «Башҡортостан» гәзитенә 2013 йылдың икенсе яртыһына яҙылып ҡуйыуын хәбәр иткән.
Сибай ҡалаһынан гәзитте даими уҡыусы И. Уралбаев: «Башҡортостан»ды электән уҡыйым. Хәҙер ике йыл инде «Йома» һанын ғына алдырам, сөнки олоғайғас күп уҡып булмай, күҙ ҙә күрмәй», — тигән.
Тағы бер хат — Кушнаренко районының Марс ауылынан. «Беҙҙең ауылда Вадим Нурмөхәмәтов (һүрәттә) тигән һоҡланғыс кеше йәшәй. Уның тырышлығы арҡаһында автопавильон асылды. Хәҙер автобус көтөп торорға урыныбыҙ бар. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар ташландыҡ хәлдә булған ҡойобоҙ таҙартылды, хәҙер һыуҙы шунан алып эсәбеҙ. Вадимдың изге эштәре һанап бөткөһөҙ. 2011 йылдың октябрендә Марс ауылы урамында юл барлыҡҡа килеүе лә уның тырышлығы арҡаһында. Ғөмүмән, үҙ мәнфәғәтенән алда башҡаларҙыҡын ҡайғырта», – тип яҙа бер төркөм ауылдаштары. Хат юлдарынан күренеүенсә, әле Вадим Мөхәрәм улы Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй икән.
Ә был хатты беҙгә Учалы ҡалаһынан Элина Ғәлимйәнова яҙған. Ул өләсәһе Мөхәримәне, олатаһы Фуатты бик ярата. «Өйҙәренән бер ваҡытта ла гәзит-журнал өҙөлмәй. Береһе уҡый, икенсеһе тыңлай. Бәләкәй саҡта мин журналдағы төрлө һүрәттәрҙе ҡарап ултырып, олатайымдың уҡығанын тыңлаһам, хәҙер инде үҙем башҡортса уҡып, уларҙы ҡыуандырам. Олатайым менән өләсәйем миндә матбуғатҡа ихтирам уята, төрлө кәңәш бирә», — тигән.
Илештән Ғәлимә Ғәлиеваның фекеренсә, «Башҡортостан» гәзитен, хаҡына ҡарап тормайынса, үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кем алдырырға тейеш. «Ил төкөрһә, күл булыр» тигәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре, етәкселәр яҙылһа, шәп булыр ине. Тел бөтә, дәрестәрҙе ҡыҫҡарталар тип зарланып йөрөгәнсе, бер нәмәгә ҡарамай төп баҫмаға яҙылырға кәрәк. Гәзит-журналдар уҡыһаҡ, театрҙарға йөрөһәк, башҡортса китаптар һатып алһаҡ, балаларыбыҙ үҙ телендә һөйләшһә, хәүефләнергә урын булмаҫ ине. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы гимназияла 35 йыл уҡытам. Төрлө хәл булды. Әле татарса, әле башҡортса уҡытыуға күсәләр. Ә беҙҙә башҡорт телен уҡытыу бер ҡасан да бөтмәне. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора», — тип тамамланған хат юлдары. Һеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, был мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ? Теләк-тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ, бик шат булыр инек.
Талбазы ауылынан килгән хатта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авторҙың фамилияһы күрһәтелмәгән, «Ғибай бабай» тип кенә ҡуйылған. Ул йәштәрҙең Себер тарафтарында эшләп йөрөүенә ҡәтғи ҡаршылыҡ белдерә. «Элек һуғыш арҡаһында атайҙар үлеп, етем балалар күп үҫте, хәҙер тыныс тормошта ла шундай хәл. Юлда аварияға осрап, күпме ир-егет һәләк була. Һаман балалар етем үҫә. Хатта ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ ирен, балаһын ҡалдырып, Себергә китә», — тип әсенеп яҙған хат авторы.
Бүздәк районынан Фәйруз Аҙнабаев Сабир Шәриповтың «Зәңгәр катер» әҫәренә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлаша. Ер аҫтында оҙаҡ сыҡмай ятҡан аҫыл ташҡа, хазинаға тиңләй уны хат авторы. «Китаптың исеме «Зәңгәр катер» булғас, «һыуҙа йөҙөрбөҙ, ял итербеҙ» тип уйлаһам, кереп сумдым тормоштоң нәҡ уртаһына. Зәңгәр катер — ул төп героиняның күңелендә һаҡлаған хыялы. Ул ҡасан тормошҡа ашыр тигән ҡыҙыҡһыныу менән әҫәр тиҙ уҡылып бөтә. Ҡайғы ла, шатлыҡ та, фажиғәле яҙмыш та — барыһы ла һыйған. Уҡыуы бик мауыҡтырғыс», — тиелгән.
Салауат районынан әүҙем авторыбыҙ Зилә Ғәббәсова урыҫ мәктәптәрендә башҡорт кластарын асыуға өлгәшкән Мөхәмәт Исҡужин тураһында бәйән итә: «Туған халҡы, иле, теле өсөн янып йәшәгән, үткән быуаттың 90-сы йылдарында Сипайлово биҫтәһенең урыҫ мәктәптәрендә башҡорт кластары асыуға башланғыс һалған. Бындағы белем усаҡтарында ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барған. Ул һалған нигеҙ киң ҡолас алған. Мөхәмәт Исҡужин республикала нурлы, яҡты эҙ ҡалдырып китте».
Ә был хат алыҫтан — Ырымбур өлкәһенән. «Евровидениела ҡатнашҡан удмурт әбейҙәре маладис, әммә беҙҙә уларҙан кәм түгел таланттар бар. Баҫалҡы ғына йәшәп ятҡан төбәгебеҙгә хәйбуллалар килеп, осҡон ташлағайны. Концерттарын йотлоғоп ҡараныҡ. Күршелә генә ниндәй таланттар йәшәй икән, тип уйлап ҡуйҙым. Үҙҙәре менән яҡтылыҡ, илһам, йәшәү матурлығы килтерҙеләр», — ти хат авторы Зиннәтулла Әликбаев.
Редакцияға килгән сәләм хаттарының береһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Мөмкин булғанса, барыһын да гәзиттә баҫтырыу, улар менән уҡыусыларыбыҙҙы таныштырыу яҡлыбыҙ. Даими хат яҙышып, аралашып торған дуҫтарыбыҙҙың тәҡдим-кәңәшенә, фекерҙәренә ҡолаҡ һалып, урынлы тип табылғандарын ижади эштә файҙаланабыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, именлек теләп, хаттар көтөп ҡалабыҙ.