Апайыма — аҡ сәскәләр13.04.2013
Миләүшә Ғәлиева һүҙҙәре,
Риф Арыҫланов көйө.

Туғайҙағы сәскәләрҙең
Тик аҡтарын мин һайлайым,
Сөнки улар күңелеңдең
Сағылышы бит, апайым.

Аҡ сәскәнең таждарында
Ысыҡ тамсылары уйнай.
Йәш сылатҡан бит алмаңдан
Бер үбәйем әле, апай.

Аҡ сәскәләр бүләк итәм:
Булһын аҡтан яҙмышҡайың.
Ғүмереңдең һәр мәлендә
Бәхетле бул, апаҡайым!

Ҡушымта:

Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр,
Төҫтәреңә сафлыҡ йыйған.
Һинең оло йөрәгеңә
Минең дә хистәрем һыйған.


Вернуться назад