Хикмәттәр13.04.2013
"Бәхеттең ни икәнен белмәйһең икән..."

Йәшәгән, ти, ике ҡатын. Уларҙың тормошо оҡшаш булһа ла, береһе — бәхетһеҙ, икенсеһе, киреһенсә, бәхетле икән.
— Хоҙайым, ниңә мин шул ҡәҙәр ыҙалап йәшәйем икән? — тип зарланған тәүгеһе. — Ирем эсә, фатирыбыҙ бәләкәй, эшем ауыр, аҡса етмәй, балаларым тыңлауһыҙ: йүгерәләр ҙә һикерәләр...
Ә икенсе ҡатын шатлығын йәшерә алмай, ти:
— Шундай бәхетлемен, Хоҙайым! Ҡайһы ваҡыт эсеп алһа ла, ирем бар, бәләкәй, әммә уңайлы фатирҙа йәшәйбеҙ. Эшем дә ауыр түгел, аҡса етә, балаларым һау-сәләмәт: йүгерәләр ҙә һикерәләр.
Аллаһ Тәғәлә барыһын да ишеткән.
— Һин, ҡәҙерлем, бәхетһеҙлектең нимә икәнлеген белмәйһең әле, — тигән ул тәүге ҡатынға. — Мин уны һиңә күрһәтермен.
Ә икенсе ҡатынға былай тигән:
— Ә һин бәхеттең нимә икәнлеген аңламайһың. Мә, тот, уны ысынлап той!

Ҡара шар күккә күтәрелә аламы?

Йәрминкә бара. Ҡара тәнле бәләкәй малай өрөп тултырылған шарҙар һатыусыны ҡыҙыҡһынып күҙәтә икән.
Был кеше, моғайын, изге күңелле булғандыр: бәләкәстәрҙе ҡыуандырыу ниәтендә ҙур ҡыҙыл шарҙы осороп ебәргән. Унан зәңгәр, һары, аҡ төҫтәгеләр ҙә һауаға күтәрелгән.
Ҡара тәнле малай ҡара шарға оҙаҡ ҡарап торған да:
— Ағай, уны ла күккә осорорға мөмкинме? Ҡара шар бейеккә күтәрелә алырмы? — тип һораған.
Һатыусы йылмайған да теге шарҙы осороп ебәргән:
— Эш төҫтә түгел, туғаным. Шарҙы эсендәгеһе күтәрә. Кешене лә төҫө түгел, ә изге уй-теләге күктәргә ашырыр.

Изге тойғолар — бер бөтөн

— Мөхәббәт ҡайҙа юғала? — тип һораған бәләкәй Бәхет атаһынан.
— Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй, улым. Ярата белмәйҙәр.
Бәләкәй Бәхет уйға ҡалған. "Ҙураям да кешеләргә ярҙам итә башлайым!" — тигән һығымтаға килгән ул.
Йылдар үткән. Ҙурайған Бәхет, вәғәҙәһен онотмайынса, кешеләргә ихлас күңелдән ярҙам итә башлаған. Ә улары быны ишетергә, тойорға теләмәй икән. Ахырҙа Бәхет шиңә башлаған. Бөтөнләй юғалыуҙан ҡурҡып, ауырыуынан дарыу эҙләп, алыҫ юлға сығып киткән, ти.
Көнө-төнө әллә күпме ер үтеүенә ҡарамаҫтан, берәү ҙә осрамағанлыҡтан, күңеленә айырыуса ауыр булып киткән Бәхеттең. Ял итергә туҡтаған. Ҡараһа, урман буйлап иҫкереп бөткән кейемле, ныҡ ҡартайған әбей китеп бара, ти.
— Арығанһығыҙҙыр, ял итеп алығыҙ, — тип һүҙ ҡушҡан уға Бәхет.
— Ошолай өлкәнгә һанауҙары үкенесле, — тигән әбей. — Мин бит — Мөхәббәт! Шундай йәшмен бит әле.
— Мөхәббәт? — тип хайран ҡалған Бәхет. — Ә мин донъяла иң матуры һеҙҙер тип уйлағайным...
— Ә һин кем?
— Бәхет.
— Нисек инде? Мин дә бит һинең хаҡта шундай уйҙа инем...
— Нимә эшләне был кешеләр беҙҙең менән?
— Ярай, хәҙер бергә булһаҡ, бер-беребеҙҙе хәстәрләһәк, тиҙ арала йәшәрербеҙ һәм матурланырбыҙ!
Ошонан алып Бәхет менән Мөхәббәт гел бергә, ти. Кешенең тормошонан ҡайһыһылыр китһә, уға икенсеһе лә эйәргән, сөнки был тойғолар — бер бөтөн. Ә әҙәм балаларының күбеһе быны һаман аңлай алмай.


Вернуться назад