"Ҡатмарлы мәлдә шахмат юл күрһәтә"13.04.2013
"Ҡатмарлы мәлдә шахмат юл күрһәтә""Шахматты шәп уйнаған кеше оҫта етәксе була ала", тигән һүҙҙәр электән таныш. Бөгөн иһә был уйын айырыуса популяр. Күҙәтеүҙәрем буйынса, уны күберәк эшҡыуарҙар үҙ итә.

— Шахматта тормош ҡағиҙәләре сағылыш таба, — тигәйне бер йүнсел. — Бәләкәй генә миҫал: алдағы бәләкәй фигуралар хәрәкәткә килмәйенсә, король урынынан ҡуҙғала алмай. Тормошта ла шулай бит: әйтәйек, коллективта етәксенең уңышы күп осраҡта вағыраҡ бурыс башҡарғандарҙың эшмәкәрлегенән ғибәрәт. Эшем буйынса миңә күп кеше менән аралашырға, хеҙмәттәшлек итергә тура килә. Ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан хәлдә, мәсьәләнең айышына төшөнөр, дөрөҫ ҡарарға килер өсөн шахматҡа мөрәжәғәт итәм. Таҡталағы "алыш"та барыһы ла күренә.
Шахмат уйнарға яратҡан етәксе ҡайһы хеҙмәткәрҙе ниндәй урынға тәғәйенләргә, уны нисек алға йүнәлтергә кәрәк икәнлеген дә асыҡ белә икән.
Уйын барышында кешенең логик һәм абстракт фекерләү ҡеүәһе әүҙем үҫешә. Эшкә мейенең грамоталылыҡ һәм эҙмә-эҙлелек өсөн яуап биргән һул ярымшары ҡушыла. Шартлы хәлдәрҙе булдырған уң ярымшарҙың да өлөшө ҙур. Уйында шулай уҡ оҙайлы һәм оператив хәтер файҙаланыла.
Ғөмүмән, шахмат — ҡыҙыҡлы ла, ғәйәт ҡатмарлы ла уйын. Уның менән сәйәсмәндәр, ғалим, яҙыусы, рәссам, музыканттар һәм башҡа һөнәр эйәләре юҡҡа ғына мауыҡмай. Тарихы быуаттар төпкөлөндә ятҡан "аҡыллы" уйын хаҡында бихисап китап, мәҡәлә яҙылған. Һәр автор уның төрлө үҙенсәлеген аса.
Шахмат уйнау бала өсөн айырыуса әһәмиәтле, тип билдәләй белгестәр. Ул йәш кешене әхлаҡи яҡтан үҫтерә, тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәтә, стрестарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра. Күҙәтеүҙәр буйынса, шахматсылар ҡатмарлы хәлдәргә бирешмәй, ғауғаламай, киреһенсә, ауырлыҡтан сығыу юлын эҙләй. Тимәк, ошондай сифаттарға бәләкәйҙән үк эйә булып үҫкән кеше тормошта юғалып ҡалмаясаҡ.
"Шахмат уйынын дәрес программаһына индерергә кәрәк, — тигән атаҡлы шахматсы Гарри Каспаров "Аргументы и факты" гәзитенә биргән бер әңгәмәһендә. — Киләсәктә тап шулай булырына иманым камил. Был уйын мәғариф тармағында мөһим урын яулаясаҡ. Шахматты тотош класс менән уйнаған балалар математиканы ғына түгел, башҡа фәндәрҙе лә яҡшы үҙләштерә. Иң мөһиме — уҡыусы үҙаллы фекер йөрөтә башлай, социаль тигеҙһеҙлек юғала. Америкала, Көнбайыш Европала, Израилдә балалар шахматына юҡҡа ғына күп аҡса түкмәйҙәр. Әйтәйек, белем биреүҙең сифатын ошо уйын аша күтәреү маҡсатында Нью-Йорк ҡалаһы мәктәптәренә йыл һайын өс-дүрт миллион доллар аҡса бүленә".
Баланы шахмат уйнарға өйрәтеү күп сығым талап итмәй. Өйҙә лә шөғөлләнергә мөмкин. Өс-дүрт йәштән башлау — иң отошлоһо. Тәүге дәрестәр уйын формаһында үтергә, ваҡыты 20 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Бала тиктормаҫ булһа, уны шахмат менән тәрбиәләргә мөмкин. Әммә уйындың кире яғы ла бар: алыштың ҡайһы саҡта бик оҙаҡ дауам итеүе сәбәпле, кеше аҙ хәрәкәтләнә башлай, һөҙөмтәлә һаулығына зыян килә. Тимәк, уйын бары файҙаға булһын тиһәгеҙ, уға ҡағылышлы һәр ҡағиҙәне теүәл үтәргә кәрәк.


Вернуться назад