Ауырлыҡтар алдында йыш ҡына баҙап ҡалаһығыҙмы? Бәлки, бының сәбәбе үҙ көсөгөҙгә ышанмауҙалыр? Түбәндәге тест холоҡ-һыҙатығыҙҙы аҙмы-күпме билдәләргә ярҙам итер. Һорауҙарға "эйе" йәки "юҡ" тип яуап бирегеҙ.
1. Арымаһағыҙ ҙа, ҡапыл хәлһеҙләнеү тояһығыҙмы?
2. Ишекте бикләнемме икән, тип йыш шикләнәһегеҙме?
3. Бер сәбәпһеҙгә кәйефегеҙ төшәме?
4. Театр залында урынығыҙҙың уртаға тура килеүе, тимәк, иғтибар үҙәгендә булыу һеҙҙең өсөн бер ни түгел.
5. Көтмәгәндә ҡунаҡ килеп төшһә, яраҡлашып китеү ҡыйынмы?
6. Таныш булмаған номерҙан шылтыратыу булһа, ҡурҡаһығыҙмы?
7. Йыш төш күрәһегеҙме?
8. Ҡарарҙы тиҙ ҡабул итәһегеҙме?
9. Ҡайҙалыр барырға йыйынғанда кейемегеҙҙә тап күрһәгеҙ, кәйефегеҙ төшәме?
10. Кеше менән тиҙ танышаһығыҙмы?
11. Отпуск алдынан унан баш тартыу теләге тыуамы?
12. Төндә ныҡ асығып уянып киткәнегеҙ бармы?
13. Ҡайһы саҡта яңғыҙ ҡалып, уйланып алыу теләге бармы?
14. Ашханаға үҙегеҙ генә килһәгеҙ, буш урын булһа ла, башҡа кешеләр янына килеп ултырыр инегеҙме?
15. Ҡылыҡ-ғәмәлегеҙҙә башҡаларҙың фекере мөһимме?
1-се, 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы, 11-се, 12-се, 15-се һорауҙарға — ыңғай, 7-се, 8-се, 9-сы, 10-сы, 13-сө, 14-се һорауҙарға кире яуап биргәнһегеҙ икән, уларҙың һәр береһенә берәр балл ҡуйығыҙ.
Һөҙөмтә:
0 балл
Көсөгөҙгә бөтөнләй ышанмайһығыҙ. Бәлки, һорауҙарға ысын күңелдән яуап бирмәгәнһегеҙҙер, тигән тойғо уяна.
1 — 4 балл
Һеҙгә ҡыҙыулыҡ, дыуамаллыҡ хас түгел. Үҙ көсөгөҙгә ниндәйҙер кимәлдә ышанып етмәүегеҙ психикағыҙҙың һығылмалылығына ишара.
5 — 8 балл
Үҙегеҙҙе ышаныслы тойоуға ихтыяж кисерәһегеҙ. Кешеләр һәр ваҡыт һеҙҙә таяныс таба. Шунлыҡтан да күп осраҡта эске кисерештәрегеҙҙе йомоп ҡалаһығыҙ.
9 — 12 балл
Һеҙгә ҡайһы бер әйберҙәрҙе ысынбарлыҡта түгел, ә һеҙҙең ҡарашығыҙға ярашлы итеп күреү ҡурҡынысы янай, сөнки үҙегеҙҙе ныҡ ышаныслы тоторға тырышаһығыҙ. Тормошоғоҙ тәүәккәллек талап иткән ваҡиғалар менән сағыу.
13 — 15 балл
Көтөлмәгән хәлдәр алдында ҙур ҡурҡыу кисерәһегеҙ. Әйтәйек, лотерея уйынында аҡса отҡан хәлдә, күңелегеҙҙә иң тәүҙә ниндәйҙер шик, хәүеф тыуа. Тотороҡлолоҡҡа ихтыяж аңлашыла, әммә ул ныҡ көсәйһә, ваҡиғаларҙа бәләкәй генә үҙгәрештең дә һеҙҙәге ышанысты юйыуы ихтимал.