“Ул эш өҫтәлендә ятырға тейеш”12.04.2013
“Ул эш өҫтәлендә ятырға тейеш”Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының (элекке Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы) башҡорт филология факультеты коллективы гәзиттең һәр саҡ иң яҡын дуҫы булды. Быйыл да республикаға данлыҡлы педагогтар, сәйәси эшмәкәрҙәр, яҙыусылар, журналистар, тәржемәселәр, йырсы-бейеүселәр биргән факультет уҡытыусылары “Башҡортостан”ға киләһе ярты йыллыҡҡа алдан яҙылып ҡуйҙы.
Тел һағында булып, милләтебеҙҙең киләсәген хәстәрләүсе был коллектив, заман менән бергә атлап, һәр саҡ эҙләнеүҙәр, ғилми бәйләнештәр булдырыу юлында. Мәҫәлән, йыл да факультетта Зәйнәб Биишева уҡыуҙары үтә. Унда бихисап студент, уҡытыусы-ғалимдар сығыш яһай. Араларында сит ил ҡунаҡтары булыуы сараға мәртәбә өҫтәй. Бигерәк тә коллектив Төркиә, Ҡаҙағстан менән ныҡлы бәйләнештә тора. Улай ғына ла түгел, факультетта белем алыусы студенттарға үҙҙәренә төрлө өлкәләргә, сит илдәргә барып белемен камиллаштырып ҡайтыу мөмкинлеге бар.
Ошо тиклем фиҙакәр хеҙмәт үҙ баһаһын таба килә, әлбиттә. Бында ғилем эстәгән студенттарҙың ғилми, мәҙәни һәм спорт саралары буйынса еңеүселәр рәтендә булыуы – быға үҙе ишара. Ә студент саҡтағы еңеүҙәр хеҙмәт юлындағы ҙур уңыштарға старт булып тора.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының эш өҫтәлендә һәр саҡ “Башҡортостан” гәзите булырға тейеш. Баҫма биттәрендә донъя күргән материалдар уҡытыусы өсөн рухи аҙыҡ та, методик ярҙамсы ла. Шуның өсөн гәзит – беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ, – тип башҡаларға өлгө күрһәтеп, уңыштарының сере менән бүлешә факультет коллективы.


Вернуться назад