Һәр береһе үҙ урынында20.12.2011
Һүҙем — Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының физиотерапия бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре хаҡында. Ҡала халҡы ла, ауылдарҙа йәшәүселәрҙең дә байтағы сәләмәтлеген ошо бүлексәлә нығыта. Уларҙың ярҙамына мөрәжәғәт итеүселәр күп, һәм һәр кем үҙ эшенең ысын оҫталары менән осраша.
Юлиә Шарапова етәкселек иткән бүлексәлә лазер һәм магнит терапияһы, дауалау физкультураһы, массаж яһау хеҙмәттәре күрһәтелә.
Юлиә Нәүис ҡыҙы дауа һөҙөмтәле булһын өсөн шәфҡәт туташтарынан табип күрһәтмәләренә иғтибарлы булыуҙы талап итә, теге йәки был дауа килешмәгән осраҡта мотлаҡ үҙенә мөрәжәғәт итеүҙе үтенә. Бүлексә мөдиренең йылы ҡарашы, яғымлы тауышы пациенттарҙа өмөт уята, дауалауҙы ул кабинетынан уҡ башлай тиһәң дә була.
Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Бүлмәләр ҙә таҙа һәм яҡты. Дауа алыусылар араһында яңы тыуған сабыйҙар ҙа, хаҡлы ялдағылар ҙа күп. Әммә эште дөрөҫ ойоштороу арҡаһында аңлашылмаусанлыҡ йәки башҡа сетерекле хәлдәр тыумай, пациенттар тыныс ҡына тейешле дауа ала. Бүлексәнең өлкән шәфҡәт туташы Нина Медведько, шәфҡәт туташтары Эльвира Низаметдинова, Гөлнара Бакулина, Анжела Гәрәева, Сәмиә Ишмөхәмәтова һәр күрһәтмәне еренә еткереп үтәй, күңел һалып башҡара.
Дауалау физкультураһы инструкторы Гүзәл Рәсим ҡыҙы Ильясова тураһында айырып әйтеү кәрәктер. Күҙҙәренән нур бөркөлөп торған был мөләйем хеҙмәткәр күнекмәләрҙе мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғара. Һәр пациентҡа айырым ҡараш һәм үҙенсәлекле күнекмәнең һөҙөмтәһе ҙур. Ул атлай алмаған дауаланыусылар эргәһенә барып күнекмәләрҙе эшләргә өйрәтә, йылы һүҙ әйтеп, күңелдәрен күтәрә.
Риф Ҡотлояр улы Мәүлийәров менән Рифат Нәүис улы Низамов та — дауаханала оҙаҡ йылдар эшләп абруй ҡаҙанған юғары класлы массаж яһау оҫталары.
Физиотерапия бүлексәһенә инеү менән ундағы таҙалыҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Быға Флүзә Шәңгәрәева менән Надежда Тишинаның тырышлығы менән өлгәшелә.
Бына шундай һоҡланғыс хеҙмәткәрҙәр эшләй үҙәк район дауаханаһының физиотерапия бүлексәһендә.
Гөлшат САМАТОВА.
Дәүләкән районы.


Вернуться назад