Суфия инәй ниңә илай12.04.2013
Стәрле йылғаһы, ярҙарынан ташып, ҡала урамдарынан аға башланы
9 апрель. Иртәнге һигеҙҙәр тирәһе. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Латипов урамында йәшәүсе Айгөл менән Илнур Ғафаровтар, бер ҡайғыһыҙ тигәндәй, эшкә йыйына. Тик… өй алдына сыҡһалар – кәмәлә генә йөрөрлөк. Стәрле йылғаһы, ярҙарынан ташып сығып, ҡаланың ошо һәм тағы бер нисә урамы буйлап аға башлаған.
Беҙ килгәндә урамда йыйылған халыҡ та: “Кисә бер нәмә юҡ ине, бөгөн иһә һыу өйгә инеп килә”, – тип аптыраша. Унда-бында тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре күренә, ҡотҡарыусылар йүгерешә, ҡеүәтле техника гөрләй. Ни генә тимә, бындай хәлде урындағы халыҡ үткән быуаттың һикһәненсе йылдарынан бирле күргәне юҡ икән. Ул саҡта ла һыу урамдар буйлап ағып ятҡан, өйҙән-өйгә кәмәлә генә йәрөргә мәжбүр булғандар.
– Ярай, ул йылды ике аҙна буйы ямғыр яуып торҙо. Быйыл бит ямғырҙар юҡ, тик барыбер ярҙар Стәрле йылғаһын тотоп ҡала алманы. Ҡапыл йылытып, иреп бөтмәгән ҡар һыуы ташҡынды көсәйтеп кенә ебәрмәһә ярай ҙа, – тип ҡайғыра бәләгә тарыусылар.
Был көндө ташҡын ҡамауында ҡалғандар иҫәбенә Тау аҫты урамында йәшәүселәр ҙә өҫтәлде (алты метрҙан артып киткән йылға әлеге урамға ла килеп инде). Бигерәк тә араларынан 90 йәшлек Суфия инәй Ғайсарова ҡыҙғаныс. Йәштәр, ярай, йорт-ҡураһын төҙәтер ҙә артабан йәшәп китер. Ә яңғыҙы көн күргән әбей былай ҙа емерек йортон нисек нығытыр икән?! Ишелә башлаған өйҙө бөтөнләй ағыҙып алып китмәһә ярай ҙа…
Һыуҙың күтәрелеүенә хафаланып, аптырап ҡалған халыҡ кемде ғәйепләргә белмәй. «Ниңә алдан хәбәр итмәгәндәр?» «Алдан күҙаллап, ниңә ярҙы күтәрмәгәндәр?» «Ниндәй саралар күреләсәк?»… Ғөмүмән, халыҡтың аһ-зары ташҡындан да көслөрәк булмаҡсы.
Икенсе көндө ваҡиға ҡыҙа ғына барҙы. Ҡылығын күрһәтергә теләптерме, тәбиғәт кешене һынай ғына бирә. Был көндө ауыртҡан башҡа тимер таяҡ тигәндәй, Стәрлетамаҡта ямғыр яуҙы. Ҡоторған ташҡын инде йорттарҙы тәҙрәһенә тиклем баҫты. Башҡаһы шул уҡ күренеш: тегендә-бында техника күренгеләй, тәртип һаҡсылары, ҡотҡарыусылар йүгерешә. Ә һыу күтәрелгәндән-күтәрелә...