Ете тарафтан ете хәбәр12.04.2013
“Белем эйәләре”нә байбыҙ
Ҡоншаҡ районының Хәлит ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә “Белем эйәләре” тип аталған конкурс булды. Сараның маҡсаты башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын пропагандалау ине. Конкурста райондың 13 мәктәбенән уҡыусылар ҡатнашты.
Бүре мәктәбе уҡыусылары командаһы беренсе, Солтан мәктәбе – икенсе, Әшир мәктәбе өсөнсө урынды яуланы. Сараны ойоштороуға күп көс һалған Нуриза Ғәлиеваға күңелле бәйге өсөн уҡыусылар ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Силәбе башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.
“Йылмайыу”ға — яҡшы кәйеф менән
Һуңғы йылдарҙа күҙәтелгән демографик үҫеш ҡасандыр балалар һаны етмәгәнлектән ябылған баҡсаларҙы яңынан асыуға сәбәпсе булды. Яңыраҡ ҡына Мәләүез ҡалаһында “Йылмайыу” тип аталған 20-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ишектәрен асты.
Башҡарылған эш күләме ҙур: электр ҡорамалдары, инженер селтәрҙәре, ишек-тәҙрәләр алмаштырылған, заман талабына яуап биргән төҙөкләндереү эштәре атҡарылған. 14 төркөмгә бөтәһе 350 бала ҡабул ителгән, шуның дүртеһе — башҡорт төркөмө. Район бюджетынан яңы ҡорамал, йыһаз, кәрәк-яраҡ һатып алыуға 6,5 миллион һум аҡса тотонолған.
Районда балаларҙы баҡса менән тәьмин итеү — көнүҙәк проблема. Әлеге мәлдә сиратта 600 бала тора. Быйыл тағы бер балалар баҡсаһы төҙөләсәк, өс элекке баҡсаны үҙ маҡсатында файҙаланыуға ҡайтарыу буйынса эш алып барыла.
“Көнгәк”.
Исеме булмышына тап килә
Нуриман районының суд приставтары ултырышында Башҡортостандың баш суд приставы Зариф Байғусҡаров ҡатнашты. Идаралыҡтағы хәлдәр, яңы үҙгәрештәр менән таныштырғандан һуң, Зариф Закир улы Нуриман районы бүлегенең суд приставы Батыр Сөләймәновҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Батыр эштән ҡайтып килгәндә бер йорттан төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. Хужалар Өфөгә киткән, өйҙә балалары ҡалған булған. Оҙаҡ уйлап тормай, Сөләймәнов ялҡын ялмаған йорттан барыһын да сығара, янғын һүндереүселәр килгәнсе күршеләре менән бергә “ҡыҙыл әтәс”те туҡтатырға тырыша. Йорт хужаһы Айҙар Садиҡовтың Батырға рәхмәте сикһеҙ.
“Красный Ключ”.
Уҡытыусылар ярышты
Районда республика мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең “Сәләмәтлек” физкультура-һауыҡтырыу спартакиадаһы булды. Был көндө Әлшәйгә Благовар, Бүздәк, Шишмә райондарынан, Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы ҡалаларынан һәм Туймазы районынан уҡытыусылар килде.
250-нән ашыу уҡытыусы спорттың биш төрө буйынса көс һынашты. Әлшәй мәғариф бүлеге командаһы беренселекте яуланы. Октябрьский ҡалаһы командаһы – икенсе, шишмәләр өсөнсө урынды алды.
“Әлшәй хәбәрҙәре”.
Йәштәргә — эш
Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында эш эҙләүсе йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында “Йәштәргә — эш” акцияһы үтте.
Әлеге мәлдә район мәшғүллек үҙәгендә 195 кеше иҫәптә тора. Буш вакансиялар һаны – 35. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, районда эшһеҙлек кимәле 0,41 процентҡа артҡан. Эш таба алмаусылар араһында гуманитар һөнәр эйәләре күп. Әлеге мәлдә район үҙәк дауаханаһына табип-фтизиатр, акушер-гинеколог, теш табибы, “Бөрйән урман сәнәғәте” йәмғиәтенә иретеп йәбештереүсе, водитель, башҡа ойошмаларға тракторсылар, механиктар, инструкторҙар, икмәк бешереүселәр һәм кулинарҙар кәрәк.
“Таң”.
Оҫталар эшләп оталар
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсы даими үткәрелә. Был юлы быраулау ҡулайламаһы машинистарын һөнәри оҫталыҡта һынанылар. Үҙйылға ер аҫты руднигы базаһында уҙған сарала Учалы, Сибай, Межозерный тарафтарынан килгән белгестәр ҡатнашты.
Көсөргәнешле һәм ҡыҙыу ярышта урындар түбәндәгесә бүленде: Үҙйылға ер аҫты руднигынан Юрий Гаврилов беренсе урынды яуланы. Уға 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырылды. Шул уҡ рудниктан Валерий Шибеко икенсе урын һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк алды. Учалы ер аҫты руднигынан Алексей Зубков өсөнсө урынға сыҡты. Конкурс иң яҡшы белгестәрҙе асыҡлауҙы ғына маҡсат итеп ҡуймай. Иң мөһиме — тәжрибә уртаҡлашыу, йәш быуынды эшсе һөнәренә ылыҡтырыу.
“Яйыҡ”.
Батырҙар яуҙа ла, көрәштә лә һынала
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында Афған һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса ярыш үтте. Унда Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет райондары һәм Сибай, Күмертау, Белорет ҡалаларынан спортсылар ҡатнашты.
Сараны үткәреү матур йолаға әүерелгән, ул 1990 йылдан ойошторола. Ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Командалар араһында беренселекте Йылайыр районы яулаһа, икенсе урынға — Баймаҡ егеттәре, өсөнсөгә Әбйәлил районы командаһы сыҡты.
“Башинформ”.