“Тиҙҙән, баҡса булғас та…”12.04.2013
Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡ зат инде ул. Һәр аҙымын планлаштырып эшләргә ярата. Ғәбиҙә лә (исеме үҙгәртелде) был хәҡиҡәткә тоғро ҡалып, кис ятһа ла, иртә таңдан уянһа ла, яҡты уй-хыялға күмелә. Хатта бәләкәй генә ҡыҙҙары ла, йондоҙҙай балҡып, матур киләсәк хаҡында һүҙ йөрөтөргә әүәҫ.

– Тағы бер генә йыл баҡсала түҙәм дә мәктәпкә уҡырға барам, – тигән була Йәмиләһе.
– Ә мин ҡасан апайым һымаҡ баҡсаға йөрөрмөн икән, әсәй? – тип Рәмиләһе әсәһенә һораулы ҡараш ташлай.
Ғәбиҙәләр бер йыл элек кенә ҡалаға күсеп килгәйне. Шуға тормошта уңайһыҙлыҡтары ла бихисап. Ярай әле, ире яҡшы урында эшләй. Шул арҡала өлкән ҡыҙҙарына баҡса ла булды. Ә бына Рәмиләгә һаман юллап ала алмайҙар, сиратта торалар-тороуын.
Иренең эшенән ярҙам һорап ҡарағайнылар ҙа, хәҙер уларҙа ла донъялар үҙгәргән икән, балалар баҡсаһы тотошлайы менән ҡала ҡарамағына күсерелгән. Тик унда һыу буйы сират…
Бәләкәй ҡыҙына өс йәш тулыу менән үҙенә лә эшкә сығырға кәрәклеген иҫкә төшөрһә, Ғәбиҙәнең күңеле тулышып китә. Мәсьәлә һис тә ыңғай хәл ителмәгәс, ул йыйылған аҙ-маҙ аҡсаһын хутҡа ебәрергә булды.
– Донъялар хәҙер шула-а-ай, – тип йылмайҙы бер аҙна эсендә балалар баҡсаһына юллама килтерергә вәғәҙә иткән ҡатын.
40 мең һум аҡсаһын Шәйеховтар үҙҙәренә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ Гөлиәгә ышанып тапшырҙы.
– Расписка-фәлән яҙып торайыммы икән? Әллә инде ышанысҡа таянып ҡынамы?
Ғәбиҙә ҡыҙарынды. Бындай ике яҡлы эштә ышанмаусанлыҡ булыуы мөмкинме һуң?
Уның шулай ыҡ-мыҡ итеүенә ире түҙмәне.
– Әлбиттә, расписка кәрәк булыр. Сумма бәләкәй түгел. Етмәһә, танышлығыбыҙ бер көнлөк кенә бит.
Гөлиә быны көтмәгәйне. Шулай ҙа бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәгенә бер-ике һүҙ сыймаҡлап, Ғәбиҙәнең ҡулына тотторҙо.
Ошо көндән алып Ғәбиҙә ҡыҙҙары менән татлы хыялға сумды. Уларҙың һәр көнө “тиҙҙән, баҡса булғас та…” тип башланып, шул уҡ һүҙҙәр менән тамамлана ине.
Аҙна артынан аҙна, ай артынан ай үтте. Тәмле телле Гөлиә көн дә шылтыратып, Шәйеховтарҙың хәлен белешеп торҙо. Баяғы юллама артынан көндәр буйы сабып йөрөп арығас, кистәрен сәйгә лә ингеләй. Әммә вәғәҙәһенән ҡайтҡаны юҡ. “Иртәгә мотлаҡ эш уңасаҡ!” – тип ышанысты көндән-көн нығыта.
Өс ай үтеүгә, хыялдар һаман тормошҡа ашмағас, Ғәбиҙә бер көн тәүәккәлләп, Гөлиә көн дә юлланған РОНО-ға килде. Унда-бында һуғылып, танышын эҙләп йөрөгәндә, телефоны шылтыраны:
– Мин әле РОНО-ла, юллама бер-ике сәғәттән әҙер була, тинеләр, хәҙер үҙ ҡулдарым менән индереп бирәм, – тине Гөлиәнең ышаныслы тауышы.
Ғәбиҙә, тиҙ генә үҙен ҡулға алып:
– Мин һеҙҙе ыҙалатып йөрөтмәйем тип килгәйнем. Һеҙ әле ҡайҙа, сиратта тораһығыҙмы әллә? – тип һораны.
– Сиратта торорға мине кем тип беләһең? Оло түрә минең әхирәт, табындарыбыҙ уртаҡ, тигәндәй. Һин бөтә эште боҙорға йөрөйһөң. Өйөңә ҡайта һал, – тип бойорҙо Гөлиә. Ғәбиҙә аҙымдарын шәбәйтеп, начальниктың кабинетына сиратҡа баҫты…
– Гөлиә тигән кешене бында белмәйҙәр, – тип ирен “ҡыуандырҙы” Ғәбиҙә. Ниндәйҙер мөғжизә менән йылғыр ҡатындың эшләгән урынын эҙләп таптылар. Директорҙарына инеп белешкәс, уҡытыусының инде аҙнаға яҡын эштә юҡлығы асыҡланды. Шуныһы сәйер: уны бер Шәйеховтар ғына эҙләмәй икән. Директор ҙа аптырауға төшөп:
– Мәүеш ауыҙланып, теләһә кемгә ышанып йөрөгәс, үҙегеҙ ғәйепле, мин бер нисек тә ярҙам итә алмайым, – тип ишеген бикләп ҡуйҙы…
Ғәбиҙә үҙенең бер ҡатлылығынан, асыҡ ауыҙлығынан ғәрләнеп, ер тишегенә инерҙәй булды. Гөлиәнең фатиры алдында теҙелгән сиратты күреп, Шәйеховтарҙың иҫе китте.
Шулай ҙа теүәл ике айҙан юллама өсөн түләгән аҡсаларын тинләп тигәндәй ҡайтарып ала алдылыр. Тик бының менән төп мәсьәлә сиселмәне. Бер көн кис, балалары йоҡлап киткәс, Ғәбиҙә компьютерын ҡабыҙып, “Балалар баҡсаһы табырға ярҙам итәм” тигән иғландарға тағы күмелде…
Ни хәл итәһең, йәмғиәтебеҙ бына шулай буш урында алдаҡсылар, әрһеҙҙәр армияһын тыуҙыра бит. Ябай халыҡтың күҙен томалап, вәғәҙә биреүселәр һис кәмемәй. Абай булайыҡ!


Вернуться назад