Ярҙамһыҙ ҡотолоу юҡ12.04.2013
Светлана — 32 йәштә, бынан бер нисә йыл элек юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған, һөнәре буйынса – юрист. Әммә ул, үҙ ҡулы менән ишек асып, йортона ҙур бәлә килтергән – йәш ҡатындың ҡуйынына “йәшел йылан” оялаған. Артабан үҙенә һүҙ бирәйек:
“Минең яҙмышым бик аяныслы. Бына тигән эшем дә бар ине, әммә маҡсат-хыялдарымды бер насар ғәҙәт юҡҡа сығарҙы – мин эскелек менән мауығам. Алкоголле эсемлекте 15 йәшемдә тәүге тапҡыр ауыҙыма алдым. Иртәгәһенә башым сыҙап тормаҫлыҡ булып ауыртҡас, үҙ-үҙемә башҡа эсмәҫкә һүҙ бирҙем. Мәгәр ике йылдан һуң барыһы ла үҙгәрҙе: йыш һәм күп эсә башланым. Бының төп сәбәптәренең береһе тип, бәлки, артыҡ ипле, оялсан булыуымды, үҙ-үҙемә ышанып етмәүемде атарға булалыр. Мәгәр, эсеп алһам, башҡалар менән аралашыу иҫ киткес рәхәт, еңел була торғайны. Әйткәндәй, мине өләсәйем тәрбиәләне, ғәҙеллеккә өндәне, сәләмәт тормош алып барыуҙа үҙе өлгө булып торҙо. Әсәйем иһә ғүмер буйы шәхси тормошон рәтләүҙән ары китә алманы, кейәүгә сыҡты ла айырылышты, бер-бер артлы бала тапты.
Эскелек арҡаһында төрлө бәләгә тарып бөттөм: урланған телефондарҙың һан-иҫәбен белмәйем, паспортымды юғалттым, йығылып, иртән тәнемдә күгәргән-һыҙырылған йәрәхәттәр менән уянғаным да булды. Ниндәй ирҙәр менән генә түшәккә ятманым – исемдәрен дә, йөҙҙәрен дә иҫләмәйем. Бер тапҡыр хатта бысраҡҡа буялып бөткән килеш паркта уянғаным хәтерҙә.
Хәҙер иһә бынамын тигән ирем бар, ул тормошомдо яҡшы белә һәм нисек бар, шулай ҡабул итә. Араҡы эсә, әммә бик һирәк һәм аҙ миҡдарҙа. Мине был туҡтатмай. Былтыр эскән килеш электр плитәһенә ултырып, аяғымды яндырҙым. Тыуған көнөмдә иһә битемде яралағанмын (нисек, ҡайҙа икәнлеген иҫләмәйем). Яңы йыл алдынан әхирәтем менән (ул да төшөрөргә ярата, минән арттырмаһа әле) шул тиклем күп эскәнбеҙ – документтар, йорт асҡысы, яңы телефон ятҡан сумкамды ҡайҙа юғалтҡанымды ла белмәйем. Полицияға мөрәжәғәт иттек тә ул, тик ҡайҙа, кем менән булғаныбыҙҙы бөтөнләй хәтерләмәгәс, ни фәтүә? Хатта ирем бүләк иткән алҡаларҙы систереп алғандар…
Күрше төбәктә өләсәйем һәм ағайым йәшәй, улар минең тормошомдо белмәй, ҡунаҡҡа саҡырған булалар. Ә мин документһыҙ, аҡсаһыҙ нисек юлға сығайым?
Аҡса алып торорлоҡ дуҫым юҡ – барыһы ла үҙем һымаҡ эскеселәр, ә элекке хеҙмәттәштәрем минең эшһеҙ икәнлекте яҡшы белә – бирмәйәсәктәр.
Иртән тороп көҙгөгә ҡарайым да ҡотом оса: ҡайҙа ул ҡасандыр үҙ йәшенән кесерәк күренгән һылыуҡай? Ә бит мин студент саҡта бихисап конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым, фотом уҡыу йорто коридорын биҙәп торҙо. Тиҙҙән әбейгә әүерелермен инде… Сөнки эскеһеҙ йәшәй алмайым, өйҙә яңғыҙым эсәм, ирем һыра алып ҡайтмаһа, тауыш күтәрәм. Үҙ-үҙемә ҡул һалайым, тигән уй ҙа булды. Бер сайтҡа инеп, судмедэксперттың төплө мәҡәләһен уҡығандан һуң, маҡсатымдан ваз кистем. Һуңғы ваҡытта күп уйланам – бындай эт тормошонан шундай ялҡтым. Ни эшләргә, ҡайҙан ярҙам көтөргә? Бер үҙем тотҡондан ҡотола алмаясағымды ла беләм…”