Араҡының аҙы булмай12.04.2013
Иҫерткес эсемлектәр айнығыу белмәҫ эскеселәрҙең генә башына етә, тип уйлаусылар төптө хаталана. Тәжрибә шуны күрһәтә: хәмер эскеселәрҙе генә түгел, онотҡанда бер ҡулына рюмка алыусыларҙы ла харап итә.
Туймазы үҙәк район дауаханаһында эшләгән саҡта хирургия бүлексәһенә 24 йәшлек егет килеп эләкте. Ул бер көн алда дуҫының тыуған көнөн билдәләгән һәм самаһыҙ күп эсеп ташлаған. Йәш организм ағыуға ҡаршылыҡ күрһәткән — егет туҡтауһыҙ ҡоҫҡан. Ҙур көсөргәнеш арҡаһында уның ҡыҙыл үңәсе зарарланған. Сир тиҙ асыҡланды, пациент хирург бысағы аҫтына ятты. Операция уңышлы үтте, әммә ауырыу шәбәйеп китә алманы, ике тәүлектән һуң яҡты донъянан китте. Егет быға тиклем аңын юйғансы эсеп йөрөмәгән, аҡыллы булған, әммә араҡы барыбер ғүмерен ҡыйҙы.
Йәнә бер миҫал. Сираттағы байрамда йәштәр аҙ-маҙ һыра, араҡы эсә. Ҡыҙмаса булып алған егеттәр һүҙгә килешә, һуңынан эш бысаҡҡа барып етә… “Ашығыс ярҙам” машинаһы килеүгә, егеттәрҙең береһе ауыр йәрәхәттән йән биреп өлгөргәйне инде. Ул да һирәк эскән, шулай ҙа хәмер арҡаһында харап булған.
Инаныуыбыҙса, алкоголдең зарарһыҙ күләме юҡ. Бәләкәй генә йотомдоң да оло ҡазаға килтереүе ихтимал.