Ҡан баҫымың нормаламы?12.04.2013
Юғары ҡан баҫымынан яфаланған кешеләргә бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Тәмәке тартыуығыҙҙы ташлағыҙ. Хатта һау-сәләмәт кешенең дә тәмәке көйрәткәндән һуң ҡан баҫымы күтәрелеп, 15-30 минут буйы һаҡланыуы мөмкин.
Тоҙҙо ҡулланыуҙың тәүлек нормаһы 5-6 мг-дан да артмауы хәйерле.
Тәүлегенә 24 мг күҙәнәкле туҡыма ҡандағы холестерин кимәлен кәметә, атеросклероз үҫешен аҡрынайта һәм хәүефле гипертония өҙлөгөүҙәренән ҡурсалай.
60 мг алкоголь (бер бокал ҡыҙыл шарап) ҡан баҫымын 6 — 12 сәғәткә кәметергә һәләтле. Был миҡдарҙы икегә, өскә бүлергә мөмкин.
Ҡан баҫымы юғары булған кешенең рационында магний микроэлементы етерлек кимәлдә булырға тейеш. Урман сәтләүеге, соя аҙыҡтары һәм йәшел тәмләткестәр ҡулланғанда, көнөнә 600 мг магний үҙләштерергә мөмкин.
Тәүлегенә 800 — 1200 мг кальций үҙләштереү ҡан баҫымын түбәнәйтергә ярҙам итә. Өҫтәүенә, был микроэлемент һөйәктәрҙе нығыта. Ул күрәгәлә, инжирҙа, ыҫланған балыҡта, һөт аҙыҡтарында күп. 100 г эремсектә 100 мг кальций, 100 г швейцария сырында 600 мг кальций бар.
Һимеҙлек – ҡан баҫымы күтәрелеүенә бер аҙым
Йәйәү йөрөү, ҡан баҫымын түбәнәйтеүҙән тыш, йөрәк ишемияһын һәм 2-се типтағы шәкәр диабетын иҫкәртеүҙә лә яҡшы сара. Көн дә 1,5 — 3 км юл үтеү кәйефте күтәрә, уйҙы көндәлек проблемаларҙан ситкә йүнәлтә, фекерләүҙе яҡшырта.
Гипертонияға дусар кеше тәүлегенә 120 ммоль миҡдарҙа калий алырға тейеш. Сәтләүек, күрәгә һәм йәшелсә өҫтәлегеҙҙә булһын. 100 г инжирҙа 25 ммоль калий тупланған.