Шиғыр ятлағыҙ, йыр өйрәнегеҙ…12.04.2013
Кеше һикһән йәшкә еткәндә лә интеллектуаль байлығын, өйрәнеүгә һәм үҫешкә һәләтен һаҡлап ҡала ала, тип иҫәпләй ғалимдар.

Үҙенең көслө һәм йомшаҡ яҡтарын яҡшы аңлаған, хыяллана, уйлана белгән кешенең оҙон ғүмерле булыуына ышаныс та ҙур. Ошо сифаттарҙы һәр кем үҙе үҫтерергә һәләтле. Кеше аҡыл хеҙмәте менән күберәк шөғөлләнгән һайын, уның нервыһы нығый һәм мейеһе әүҙемерәк эшләй, тигән ҡарашта белгестәр. Оло йәштә лә сит телдәрҙе өйрәнергә, шиғыр һәм йыр ятларға, хәтерҙе яҡшыртырға мөмкин.
Кеше нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, квалификацияһын камиллаштырыу, тағы ла бер юғары белемгә эйә булыу, яңы проекттар хаҡында уйланырға, эҙләнергә бурыслы. Көндәлек эштәр һәм бурыстар тормошобоҙҙо күңелһеҙгә, ялыҡтырғысҡа, бер төрлөгә әйләндереүҙән тыш, мейене ҡартайта, тимәк, бөтә организмды ла көсһөҙләндерә.
Әгәр ҙә үтә талсығып, йоҡоғоҙҙо туйҙырмаҡсыһығыҙ икән, бик тә дөрөҫ эшләйһегеҙ. Батырға ла ял кәрәк. Тик шуны иҫтә тотоғоҙ: аҡыл эшмәкәрлегендә оҙайлы тәнәфестәр яһау интеллектты йомшарта. Йөрәк-ҡан тамырҙары, офтальмология һәм отоларингология сирҙәре, хроник бронхиттар һөҙөмтәһендә хәтерҙе һәм тәбиғи һәләттәрҙе юғалтыу хәүефе лә бар. Иң мөһиме — сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ!


Вернуться назад