Ҡотлайбыҙ!12.04.2013
Ҡотлайбыҙ!Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанованы 75 йәшлек матур юбилейы менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Тәбиғәт уға барыһын да биргән: Маҡар ҡыҙҙарына ғына хас ихласлыҡты, күгәреп ятҡан мәғрур Ҡарауылтауҙай ғорурлыҡты, сылтырап аҡҡан хисле Һикәҙе йылғаһындай сафлыҡты, тыйнаҡ, сабыр аҡылды. Иң мөһиме — Хоҙай Тәғәлә унан һәләтте йәлләмәгән. Бөгөн Мәрйәм Солтанованы Ишембай ҡалаһы һәм районында ғына түгел, республикала ла талантлы педагог, йырсы, дирижер, хор коллективтарын ойоштороусы, етәксе тип беләләр. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының тағы бер күркәм сифатын билдәләмәү мөмкин түгел. Ул бер ваҡытта ла һәләтле баланы иғтибарһыҙ ҡалдырмай — етди шөғөлләнә, үҫтерә, артабан камиллаштырыуға булышлыҡ итә.
Бөгөн ауылыбыҙҙа Ишембай сәнғәт мәктәбенең филиалы эшләүендә, балаларыбыҙҙың музыка буйынса өҫтәмә белем алыуында, тиҫтәләгән ҡыҙ һәм егеттең үҙ яҙмышын сәнғәт менән бәйләүендә Мәрйәм Солтанованың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙына киләсәктә лә оҙон ғүмер, бәхетле тормош, ныҡлы сәләмәтлек, ижади балҡыштар теләйбеҙ.
Йырҙарыңда — тыуған ерең моңо,
Йырҙарыңда — тормош ағышы,
Кешеләрҙең йәшәү ҡыуанысы,
Мәңге бөтмәй торған һағышы.

Тынмаҫ моңдарыңдың
йәншишмәһе
Мөхәббәттән, ергә һөйөүҙән.
Донъя йүнәлһен тип йән атыуҙан,
Кешеләр тип янып-көйөүҙән.

Шуға кеше һине яҡын күрә,
Шуға һине күптәр ярата,
Дөрләп торған уттар
тағы дөрләй,
Һүнеп барған йөрәк ҡабына.

Иң изге теләктәр менән Ишембай районының Маҡар участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре.


Вернуться назад