Ҡотлайбыҙ!12.04.2013
Ҡотлайбыҙ!Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәгән ҡәҙерле инәйебеҙ Нәжибә Ғиләжетдин ҡыҙы Һаҙыеваны 80 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Инәйебеҙ, донъя ауырлығын күп күрһә лә, яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәгән оло йөрәкле кеше ул. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләне. Үҙенең ипле һүҙе, асыҡ йөҙлө булыуы менән халыҡтың һөйөүен, ихтирамын яуланы. Атайыбыҙ Хәмит Мансур улы менән 55 йыл татыу ғүмер итеп, беҙҙе, биш балаһын, матур итеп тәрбиәләп, белем биреп, тормош юлына сығарҙы. Ғүмер буйы ҡәйнәһе, ҡайныһы менән йәшәһә лә, бер ваҡытта ла һүҙгә килешеп, тәмһеҙләшеп ултырғанын күрмәнек.
Инәйебеҙгә артабан да иҫәнлектә бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын тип теләйбеҙ. Тыуған нигеҙебеҙҙең ырыҫын, ҡотон һаҡлап, тормошобоҙға йәм биреп йәшә, инәй!

Иң изге теләктәр менән барлыҡ ул-ҡыҙҙарың,
килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең
исеменән ҡыҙың
Нажиә.


Вернуться назад