Үҙеңдән башҡаны фәрештә тип бел12.04.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Әбү Муса әл Әшәриҙе үҙенең, йәғни Аллаһ Тәғәлә илсеһенең, вәкиле итеп Йәмәнгә ебәрә. Уға сит ерҙә нисек итеп эш алып барыу алымдарын өйрәтә. “Иң беренсе “Лә Иләһә Илләл-лаһ!” һүҙенән башла”, — ти, әммә ваҡытын ҡуймай, сөнки ул ваҡытта Йәмәндә христиан һәм башҡа диндәр генә була. Был саҡырыу “Ҡөрьән Кәрим”дең тәғлимәте буйынса башҡарылырға тейеш. Ә изге китапта кешенең күңелен күркәм вәғәз, ипле, матур, мәғәнәле һүҙ менән генә яулап буласағы хаҡында әйтелә. “Башҡа дин әһелдәре менән бәхәскә ингән хәлдә лә, һәр нәмәне тәрәндән уйлап, аҡыл менән үлсәп һөйләргә кәрәк”, — тиелә.
“Саҡырыуҙы ҡабул итеп килгән кешеләрҙе артабан намаҙға өйрәт”, — тигән сәхәбигә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йәнә ваҡытын ҡуймаған. Унан инде сәхәбигә сит ерҙә Ураҙаны, зәҡәтте һәм башҡа төшөнсәләрҙе, ғәмәлдәрҙе өйрәтеү бурысы ҡуйыла. Әммә тағы ла ошо эштәрҙең ниндәй ваҡытта үтәлергә тейешлеге тураһында белдерелмәгән. Был, мосолман ҡәрҙәштәр, шуны аңлата: Ислам диненә инеү тиҙ арала башҡарыла торған аҙым түгел. Хатта ки “Ҡөрьән Кәрим” дә 23 йыл дауамында төҙөлгән. Изгелек, сауап, гонаһты аңлатыуҙан башланған изге китап, мосолман ҡанундарының һәр береһенә ныҡлап туҡталып, “Исламда булырға риза булдыҡ” тигән төшөнсәне биргән аят менән тамамлана.
Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде пәйғәмбәр итеп ебәргәндә Ерҙә хәнифтәр бик аҙ булған. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм йомшаҡ һүҙе, вәғәз-нәсихәте менән Рәсүлебеҙҙең бойороғон халыҡҡа ишеттерә башлағас ҡына кешеләр әкренләп Исламды ҡабул ҡыла башлаған. Ошо миҫал нигеҙендә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, дәүләт сәйәсәтенә бәйле диндән ситләшергә мәжбүр булған халҡыбыҙҙың әле әкренләп кире иманға ҡайтыуына ҡаршылыҡ күрһәтергә ярамай. Әгәр ҙә кемдер үткән ғүмерендә ниндәйҙер хата эшләгән, әммә тәүбә ҡылып Исламға килгән икән, уны ҙур шатлыҡ, ҡыуаныс менән ҡабул итергә тейешбеҙ, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк бер хәҙисендә: “Тәүбәгә килгән әҙәмдең гонаһтарын Аллаһ Тәғәлә үҙе кисерә”, — тигән. Тимәк, беҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, мәсеткә яңы йөрөй башлаған кешеләрҙе “элек һин улай инең, тегеләй ҡыландың” тип әйтеп, кәмһетергә тейеш түгелбеҙ. Киреһенсә, уға рәхмәт уҡыһаҡ, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтһәк, ғилемен, иманын арттырыу өсөн бергәләп көрәшһәк, хәйерле булыр. Мосолман кеше икенсе мосолмандың уңышына шатлана, кәмселеген күрһә, көйөнә һәм етешһеҙлектәренән ҡотҡарыу өсөн барлыҡ көсөн һалырға бурыслы. Халҡыбыҙҙың “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тигән матур әйтемен дә онотмайыҡ. Уның нигеҙендә ҙур хикмәт ята.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә бер-беребеҙгә хөрмәт, ихтирам күрһәтеп йәшәргә насип итһен. Амин.