Социаль мәсьәләләр өҫтөнлөк итә11.04.2013
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының ултырышында депутаттар 18 апрелдә үтәсәк пленар ултырыштың көн тәртибен ҡараны. Депутаттар иғтибарына 50 мәсьәлә сығарыласаҡ.

Тәүҙә Башҡортостандағы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында доклад тыңланасаҡ. Шулай уҡ төбәктә Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкилдең мәғлүмәттәре менән танышасаҡтар. Артабан депутаттар 12 закон проектын тикшерәсәк. Бынан тыш, “Халыҡ художество кәсептәре тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында һунар һәм һунар ресурстарын һаҡлау тураһында”ғы закондарға үҙгәрештәр индереү ҙә күҙҙә тотола. Һуңғыһына килгәндә, яңы ҡануниәт буйынса айыуҙы һәм йәнлектәрҙе атырға рөхсәт алыу өсөн үткәрелгән йәрәбәне асыҡ итеү маҡсатында видеотеркәү ҡулланыласаҡ, вәкәләтле орган бинаһында һәм рәсми сайтта еңеүселәр исемлеге донъя күрәсәк. “Башҡортостанда театр һәм театр эшмәкәрлеге тураһында” закон проекты ла ҡараласаҡ.
Инвалид балаларҙы уллыҡҡа алыу мәсьәләһенә депутаттар айырым туҡталды, сөнки һау-сәләмәт ғаиләләр мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы тәрбиәгә алырға ашыҡмай. Уларҙы кәртәләрҙең күплеге туҡтата. Әлеге мәлдә инвалид баланы тәрбиәгә алған ғаиләгә әсәлек капиталына тиң матди ярҙам күрһәтелә. Закон проектын тәҡдим итеүселәр фекеренсә, өҫтәп түләгәндә, балаларҙы опекаға алыусылар һаны артыр ине.


Вернуться назад