Төйәгенең данлы ҡыҙы11.04.2013
Төйәгенең данлы ҡыҙыАсҡар үҙәк китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлегенән Венера Мәһәҙиева менән Зөһрә Хисамитдинова халыҡ менән уңышлы эш алып барыуҙың үҙенсәлекле юлдарын уйлап табып ҡына тора.

Күптән түгел улар "Һинең исемең, урам..." тигән проектты башлап, тарихи шәхестәр исемен йөрөткән урамдарҙа йәшәүселәр менән осрашыуҙар ойошторһа, "Автор тәҡдим итә" тип аталғаны буйынса урындағы авторҙар ижад иткән китаптарҙың исем туйын үткәрҙе. Ә сираттағыһы "Ҡыҙыҡлы шәхес" тип атала. "Яҡташтар" проектын хуплау маҡсатында ойошторолған был сараға райондың рухи һәм мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙы саҡырырға ниәтләйҙәр. Нәҡ бына Клара Абдуллина кеүектәрҙе!
Ҡужан башланғыс мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Клара Хатап ҡыҙы 40 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнашты. Районда башланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләгән, башҡорт ҡоролтайы тормошонда ҡайнап йәшәгән, оҙаҡ йылдар Таштимер ауыл Советының ҡатын-ҡыҙҙар берекмәһенең рәйесе булған тынғыһыҙ, эшһөйәр ханым хаҡлы ялға сыҡҡас та үҙ асылына тоғро ҡалды. Өҫтәүенә хәҙер урындағы ветерандар ойошмаһының эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә ул.
Клара Хатап ҡыҙы китаптар ҙа яҙа. Данлыҡлы ауылдашы, табип-ғалим Ишмырҙа Һиҙиәтов тураһындағы брошюраһы, тәрбиәүи темаға арналған мәҡәләләрҙән торған "Халыҡ педагогикаһы — ысын хазина" исемле йыйынтығы райондың һәр китапханаһында тиерлек бар. Әле автор, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнап, Ҡужандағы ер-һыу атамалары һәм өлтөк ҡарағастар тураһында китап яҙыу менән мәшғүл.
65 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Клара Хатап ҡыҙының дәрт-дарманы ташып тора. Эшҡыуарлыҡ менән дә ихлас шөғөлләнә ул. Яңы өйләнешкән йәштәргә һыу алыу өсөн "Бәхет шишмәһе"н дә кәртәләтте. Ғөмүмән, Клара ханым хеҙмәтенән йәм, кинәнес табып йәшәй, һәр көндән байрам яһай белә. "Яҡташтар" проектына ярашлы әҙерләнгән тәүге сараның геройы булыуға ысынлап лайыҡлы ул. Шунлыҡтан "Әбйәлилдең данлы ҡыҙы" тип аталған был кисә бик йылы, фәһемле булды.


Вернуться назад