Тигеҙһеҙлек күренмәҫ, тиҙәр11.04.2013
Гәзиттең үткән һандарында ил Президенты Владимир Путиндың берҙәм мәктәп формаһын булдырыу идеяһын яҡлап сығыуы тураһында белдергәйнек. Йәмғиәт, һәр ваҡыттағыса, бер генә фекер яҡлы түгел, әммә күпселек башланғыстың ыңғай һөҙөмтә биреренә ышана.

Беренсенән, берҙәм форма социаль тигеҙһеҙлекте күрһәтмәү өсөн ҡулай. Ул баланы мәктәпкә нығыраҡ яҡынайта, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй. Шулай уҡ уҡыусы бәләкәйҙән тәртипкә өйрәнеп, костюмдың йәмғиәттә үҙеңде тотоу сараһы икәнлеген дә аңлап үҫә.
— Совет осорондағы мәктәп формаһы, ниндәйҙер кимәлдә уңайһыҙ һәм күренекһеҙ булһа ла, йәмғиәтебеҙҙең көҙгөһө ине, — ти урта һәм өлкән быуын вәкилдәре. — Октябрят, пионер, комсомол исеменә тап төшөрмәҫ өсөн, уны ҡәҙерләп кейә торғайныҡ: аҡ яғаларыбыҙ, галстугыбыҙ һәр саҡ үтекләнгән булды.
Белгестәрҙең фекеренсә, совет осорондағы мәктәп формаһы иң тәүҙә иҡтисади проблемаларҙы хәл иткән. Мәҫәлән, ауыл ғаиләләрендә күп бала үҫтергәндәр һәм, ата-әсәнең йыл һайын яңы кейем ала алмауы сәбәпле, ҡалын һоро туҡыманан тегелгән костюмдар, күлдәктәр бик тә ярап ҡалған.
Әлбиттә, хәҙерге йәмғиәтте элекке заман менән сағыштырыу мөмкин түгел. Костюм матур ҙа, уңайлы ла булырға тейеш — уҡыусылар ҙа, ата-әсә лә шуны талап итә. Табиптарҙың да был йәһәттән үҙ фекере бар. Улар әйтеүенсә, уҡыусыларҙың кейемен билдәләгәндә һаулыҡ мәнфәғәте лә иҫәпкә алынырға тейеш.
— 1992 йылда Рәсәй мәктәптәрендә берҙәм форманың мотлаҡ түгеллеге әйтелгәс, уҡыусы ҡыҙҙарҙың күбеһе, айырыуса үҫмерҙәр, бил тирәһе асыҡ, ныҡ һығып торған кейемдә йөрөй башланы, — ти Өфөнөң 1-се балалар поликлиникаһы педиатры Ҡәфиә Фәтҡуллина. — Ҡыҫҡа итәктәр ҙә ғәҙәтигә әйләнде. Бил-һигеҙгүҙ өлкәһендә һәм эстең түбәнге өлөшөндә бөйөрҙөң, арҡа мейеһенең, енес ағзаларының эшмәкәрлеген тәьмин иткән нервылар һәм ҡан тамырҙары тупланған. Был тирәне өшөтөү ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуына, нервы күҙәнәктәренең ҡуҙғыуына килтерә. Икеһе бергә ҡушыла икән, тотош организмға ҙур көсөргәнеш була. Тығыҙ кейем, айырыуса джинсы салбар, ҡан әйләнешенә зыян итә.
Дөйөм алғанда, берҙәм форма иғтибарҙы бигүк тартып тормаҫҡа, классик бесемле булырға, һаулыҡҡа зыян килтермәҫкә тейеш. Әле Рәсәйҙә тап ошо йәһәттән эштең ҡыҙған мәле: яңы уҡыу йылына ҡәҙәр илдәге 12 миллион тирәһе уҡыусыны кейендереп өлгөрөргә кәрәк. Башҡортостанда күпселек аҡ һәм ҡара төҫтәргә өҫтөнлөк бирә. Был ҡағиҙә ауыл мәктәптәренә генә түгел, ҡалаларҙағы билдәле гимназияларға ла ҡағыла. Туҡыманың сифатына ҡарап, комплекттың хаҡы — 2-5 мең һум. Башҡортостандың Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, кейемдең фасонын, төҫөн һәр мәктәп үҙе билдәләй. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ата-әсәлә хәүеф тә бар: баланы уҡырға әҙерләгән ваҡытта хаҡ артып китеп, формаға түләү ҙур ауырлыҡ тыуҙырмаҫмы?
Һәр хәлдә, әле төрлө предприятиелар мәктәптәргә үҙ кейем өлгөһөн тәҡдим итә башланы. Мәҫәлән, республикала йыл да ойошторолған "Мәғариф. Фән. Карьера" форумында Башҡортостан етештереүселәренең эштәре лә күрһәтелде. Үҙәк матбуғат баҫмалары иһә шундай мәғлүмәт менән тулы: билдәле модельер Вячеслав Зайцев Рәсәй уҡыусыларына модалы форма кейҙерергә ниәтләй икән. Ул I — IV класс балалары өсөн әҙерләнгән биш төр костюмдың тәүге варианттары менән таныштырған. Ҡыҙҙарҙың кейеме плисселы итәк, салбар, шаҡмаҡлы сарафан, төрлө кардиган һәм кофталарҙан торһа, малайҙарҙыҡында салбар, күлдәк, водолазка, жилет һәм кардигандар өҫтөнлөк итә. Коллекция алһыу, аҡ биҙәкле һоро һәм күк төҫтәрҙән тора. Костюмдарҙың хаҡы 3 — 3,5 мең һум булыр, тип күҙаллайҙар.
Модельер өлкән класс уҡыусылары өсөн пинжәктәр ҙә тәҡдим итәсәк.

Әлфиә ҒӘНИЕВА, уҡытыусы, Өфө ҡалаһы:
— Берҙәм мәктәп формаһын индереү, тәүге сиратта, Рәсәйҙәге тауар етештереүселәрҙең үҫеше өсөн ҙур этәргес буласаҡ. Ватан иҡтисадына йөҙ бороу дөрөҫ, сөнки беҙгә бөгөн илһөйәрҙәр тәрбиәләү бурысы ҡуйыла, һәм быны кейемдән башлау отошло, тип уйлайым.

Ринат МАНСУРОВ, эшҡыуар:
— Форма менән бергә дәреслектәрҙе лә берҙәм итеү хаҡында уйлаһындар ине. Юғиһә бөгөн авторҙар шул тиклем күбәйҙе, һөҙөмтәлә ата-әсә бер үк предмет буйынса йыл да төрлө кеше төҙөгән әсбап алырға мәжбүр.
Өҫтәп шуны ла әйткем килә: илдә хеҙмәт кешеһенә ныҡлы иғтибар булмайынса, мәктәптә тигеҙлек урынлашмаясаҡ.


Вернуться назад