Ғәбдөктә – һыу, Йөйәктә – боҙ10.04.2013
Ғәбдөктә – һыу, Йөйәктә – боҙБашҡортостанда ташҡындар башланды. Мәҫәлән, Оло Инйәр йылғаһы 120 сантиметрға күтәрелде. Шул арҡала Белорет районының Ғәбдөк ауылындағы 45 йортто һыу баҫты.

Йылғаның ярҙан сығыры алдан күҙаллана һәм ауыл халҡы был хаҡта иҫкәртелә. 7-8 апрелдә 88 ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға хәүефһеҙ урынға күсерелә. Мал-тыуар ҙа Ғәбдөктә – һыу, Йөйәктә – боҙхәүефһеҙ ергә сығарыла. 9 апрель төнөндә иһә һыу ауылға килеп етә. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Хәүефле осор тамамланғанға тиклем Ғәбдөктә ҡотҡарыусылар һәм махсус техника дежурҙа торасаҡ.
Ғәбдөктәр кәмәләрҙә йөҙһә, күршеләге йөйәктәр тауҙай боҙҙар буйлап үрмәләй. Оло Инйәр был ауылдың урамдарына әрселгән боҙҙарын өйөп киткән.


Вернуться назад