Бер йылғаның ике ярындай...10.04.2013
(“Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай, күрәһең”, “Башҡортостан”, 2013 йыл, 5 февраль)

“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 23-сө һанында “Халыҡ тауышы” рубрикаһында баҫылған “Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай, күрәһең” тигән мәҡәләгә Архангел районы хакимиәте башлығы А. Комзаловтан яуап килде.

Райондың Аҙау ауылы аҡһаҡалдары исеменән яҙылған хатта хәҙерге ауыл хужалығының меҫкен хәле, ерҙәрҙең буш ятыуы, халыҡтың үтенестәренә депутаттарҙың иғтибарһыҙлығы, мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу һылтауы менән ябыу, ҡыҫҡартыу, ауылдарҙы халыҡ менән кәңәшләшмәй Советтарға берләштереү осраҡтары хаҡында әйтелгәйне.
Ялыу район хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә ентекле тикшерелгән. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә беҙгә түбәндәгеләрҙе хәбәр иттеләр: “2006 йылдан алып һөрөнтө ер майҙаны 16 128 гектар тәшкил итә, иген сәсеүлектәре былтыр 6194 гектарға еткерелде. Был ерҙәр биш ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 12 крәҫтиән (фермер) хужалығы тарафынан эшкәртелеп сәселә”.
Ҡоро һандарҙан торған яуап та бар, ялыу ҙа ваҡытында тикшерелгән кеүек. Әммә Аҙау аҡһаҡалдарының үтенесе һауала аҫылынып ҡалған. Уларҙың йән әрнеүен баҫырҙай, өмөттө аҡларҙай, йә булмаһа, ялыуҙарын кире ҡағырҙай дәлил дә, бер йылы һүҙ ҙә юҡ. Мәҫәлән, ни өсөн халыҡ менән кәңәшләшеп тормаҫтан, Аҙау ауыл Советын бөтөрөп, 20 километр алыҫлыҡтағы Оҙондарға ҡушҡандар? Үрге Ләмәҙҙе төрлө ауыл Советтарына ҡушыу эксперименты кемгә ҡулай? Ни өсөн ләмәҙҙәр бөгөн 40 саҡрымдағы Валентиновка юлын тапарға мәжбүр? Аҡһаҡалдарҙың Аҙауҙағы ике ҡатлы мәктәпте һаҡлап ҡалыу тураһындағы тәҡдименә ҡарата ла төплө яуап юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ менән власть араһы һаман да бер йылғаның ике ярындай...


Вернуться назад