Яҙғы өмәлә ҡатнашмай ҡалма10.04.2013
Башҡортостанда 13 апрелдән 18 майға тиклем яҙғы экологик өмәләр үткәрелә.

20 — 26 апрелдә республикабыҙҙа шулай уҡ яҡшы йолаға әүерелгән “Парктар маршы” республика экологик акцияһы ойошторола. Унда дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, “Башҡортостан” милли паркы, бүтән тәбиғәт парктары, заказниктар, балалар экологик ойошмалары, йәмәғәт берекмәләре ҡатнаша.
Акцияның төп бурысы — махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә, тыуған яҡ тәбиғәтенә балаларҙың һәм өлкәндәрҙең иғтибарын йәлеп итеү. “Парктар маршы” барышында республика мәктәптәрендә экологик дәрестәр, өмәләр уҙғарыла, ағас ултыртыла. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 10 июнгә тиклем акцияға йомғаҡ яһаясаҡ.
Әйткәндәй, былтыр яҙ биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү сараһында республиканан 2,5 миллион кеше ҡатнашҡан, сүплектәргә 249 мең тоннанан ашыу көнкүреш ҡалдығы сығарылған, 405 меңдән ашыу ағас, ҡыуаҡ ултыртылған.


Вернуться назад