Мәғарифты яңыртыу — заман талабы10.04.2013
Мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү, тармаҡтағы һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыу, тәрбиә һәм уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү селтәрен реформалау — ошо мәсьәләләрҙең барыһы ла Башҡортостандың Мәғариф министрлығында йыл йомғаҡтары буйынса үткәрелгән ултырышта ҡаралды.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың сығышы ведомствоның әүәлге отчеттарынан ҡырҡа айырылды. Ул өлгәшелгән уңыштарға түгел, ә төбәк мәғариф системаһындағы проблемаларға, үҫеш мөмкинлектәренә иғтибар бирҙе.
Быйыл 1 сентябрҙән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы яңы Федераль закон ғәмәлгә инә. Вице-премьер билдәләүенсә, унда республиканан ебәрелгән тәҡдимдәр иҫәпкә алынған. Мәҫәлән, муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаһын үҙгәртеп ҡороу йәки ябыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә ауыл халҡының фекерен иғтибарға алыу хаҡындағы норма, айырым стипендия төрҙәре, уның күләмен билдәләү тәртибе аныҡлана, Рәсәй төбәктәрендәге дәүләт телдәрен өйрәнеүгә ҡағылған фекер иҫәпкә алына, ауылда йәшәгән һәм эшләгән педагогия хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өсөн түләүгә сығымдарын компенсациялау хоҡуғы һаҡлап ҡалынған.
Хәҙер республика ҡануниәтен ошо Федераль законға ярашлы хәлгә килтереү бурысы ҡуйыла. Әйткәндәй, эш төркөмө тарафынан закон проекты әҙерләнде, һәм ул тиҙҙән асыҡ тикшереүгә сығарыласаҡ.
Коллегияла күтәрелгән икенсе мәсьәлә мәктәпкәсә белем биреүгә ҡағылды. Премьер-министр урынбаҫары билдәләүенсә, был өлкәлә төп бурыс — 2016 йылға балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү. Әле 14 меңдән ашыу сабыйға урын етмәй.
— Ошо маҡсатта республикала “юл картаһы” төҙөлдө. Уға ярашлы 2013—2015 йылдарҙа Башҡортостанда 27 940 урын булдырыу күҙаллана, — тине Лилиә Ғүмәрова.
Тармаҡтағы һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыу — тағы ла бер мөһим тема. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта был йәһәттән күрһәткестәр һәйбәт. Октябрьский, Өфө, Күмертау, Сибай ҡалалары ла ошо йүнәлештә әүҙем эшләй.
— 2012—2013 уҡыу йылы башында республикала етешәр бала уҡыған 2 890 класс, икешәр уҡыусылы — 153, өсәр бала белем алған — 305, дүртәр бала булған 568 класс булған. Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай. Ошо йәһәттән етди эш көтә, — тине республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов.