Мәғлүмәт алдылар10.04.2013
“Башинформ”да “Ufa Developer Community” программалаусылар берләшмәһенең осрашыуы үтте.

Осрашыуға килеүселәр программалауҙағы яңы технологиялар тураһында лекция тыңланы, һорауҙар һәм яуаптар секцияһы барышында тыуған мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Программалаусылар алдында “AOMEGA.ru” компанияһы вәкиле Ренат Ибраһимов, “ИнТиго” компанияһынан Игорь Голенастов сығыш яһаны. Сарала 70-тән ашыу кеше — студенттар, техник белгестәр, мәғлүмәт технологиялары компанияһы етәкселәре ҡатнашты.
Республиканың Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәге директоры Марат Рәхимҡолов билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар белемде камиллаштырыу, туранан-тура аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә.


Вернуться назад