Ҡыҫҡаса10.04.2013
Роспотребнадзор үлемде пропагандалаған мең ярым сайтты ябырға ниәтләй.

* * *
Бөйөк Британияның элекке Премьер-министры Маргарет Тэтчер вафат булды.

* * *
1 сентябрҙән бөтә уҡыусылар ҙа яңы мәктәп формаһы кейә башлаясаҡ.

* * *
Рәсәйҙә климаттың донъяның башҡа төбәктәренә ҡарағанда тиҙерәк йылыныуы асыҡланған.

* * *
Ил баҙарындағы иттең 42 проценты – сит илдеке.

* * *
РФ-та йылына 2 миллион аборт яһала.

* * *
Күптән түгел конькиҙа уҙышыу буйынса донъя чемпионатында Силәбе ҡыҙы Ольга Фәтҡуллина беренсе урынды яуланы. Һуңғы тапҡыр “алтын”ды бынан 17 йыл элек Светлана Журова алғайны.

* * *
Тиҙҙән Мәскәү өлкәһендә ике ҡатлы электричкалар йөрөй башлаясаҡ.

* * *
Рәсәй халҡы ғаилә менән ял итеү өсөн иң уңайлы илдәр тип Франция, Испания, Рәсәй, Греция, Болгария, Швеция, Финляндия, Италия, Таиландты, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрен күрһәткән.

* * *
Танылған гимнастка Ләйсән Үтәшева шоумен Павел Воляға тормошҡа сыҡҡан.

* * *
Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр арта. Быйыл ғинуар – март айҙарында уларҙы Рәсәй армияһына саҡырыу планы 7 процентҡа арттырып үтәлгән.


Вернуться назад