Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарына “Лига-М” юридик компанияһы директоры урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Тигеҙ өлөштәргә бүленә
Һаумыһығыҙ, Таһир! 1991 йылда ғаиләбеҙ менән Рәсәй Һаҡлыҡ банкының акцияларын (50 дана) һатып алғайныҡ. Уны берҙән-бер ҡараусыбыҙ булған улыбыҙ исеменә яҙҙырҙыҡ. 1997 йылда ул өйләнде, үкенескә ҡаршы, 2001 йылда вафат булды. Һорауыбыҙ шундай — никахҡа инерҙән алты йыл алдағы акцияларға ҡатынының дәғүә итергә хаҡы бармы? Киленебеҙ исеменә васыятнамә юҡ. Беҙ, йәғни ата-әсәһе, иҫән-һаубыҙ.
Вәсимә Ҡ., Әбйәлил районы.
— Һаумыһығыҙ. Эйе, ул дәғүә итә ала. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1142-се статьяһына ярашлы, беренсе сираттағы мираҫсылар тип вафат булған кешенең балалары, ҡатыны һәм ата-әсәһе һанала. Тимәк, был акциялар һеҙгә, тигеҙ өлөштәргә бүленеп, таратып бирелергә тейеш. Киленегеҙ, уның ҡатыны булараҡ, никах осоронда йыйылған милектең яртыһына ла дәғүә итергә хоҡуҡлы, әммә акциялар улар өйләнешкәнсе үк алынғас, ҡиммәтле ҡағыҙҙар хаҡының яртыһын һорай алмай.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: мираҫҡа эйә булыу өсөн вариҫ уны ҡабул итеп алырға тейеш. Мираҫты ҡабул итеү ваҡыты — улығыҙ вафат булғандан һуң үткән алты ай. Әгәр һеҙ, йәғни ата-әсәһе, эшегеҙҙе алып барыусы нотариусҡа мираҫты ҡабул итеү тураһында тейешле ғариза бирмәгәнһегеҙ икән, мираҫтан баш тартҡан булып иҫәпләнәһегеҙ.
Кире күсергә мөмкин
— Кейәүгә сыҡҡанда иремдең фамилияһына күстем. Рәсми никахты тарҡатмайынса ғына үҙ фамилияңды кире ҡайтарыу мөмкинме? Бының өсөн ни эшләргә кәрәк?
Юлиә, Өфө ҡалаһы.
— Әлбиттә, быға хаҡығыҙ бар. Бының өсөн ғариза менән районығыҙҙың ЗАГС бүлексәһенә мөрәжәғәт итеү ҙә етә.
Айырылһа,
дәғүә итә алмай
— Бынан бер йыл элек фатир һатып алдым. Быйыл кейәүгә сығырға йыйынам. Әгәр буласаҡ иремде фатирымда теркәтһәм, айырылышҡан хәлдә ул минең торлағыма дәғүә итә аласаҡмы?
Фаягөл, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
— Рәсәйҙең Ғаилә кодексындағы 36-сы статьяға ярашлы, рәсми никахҡа тиклем алынған күсемһеҙ милек, шулай уҡ никах ваҡытында ғаилә ағзаларының береһенә мираҫ тәртибендә бүләк ителгән һәм башҡа түләүһеҙ юлдар менән ҡалдырылған милек уныҡы ғына иҫәпләнә. Шулай итеп, ирегеҙҙе фатирығыҙҙа теркәтһәгеҙ ҙә, айырылышҡан хәлдә ул һеҙҙең торлаҡ майҙанына дәғүә итә алмаясаҡ. Кодекстың 31-се статьяһына ярашлы, ғаилә тарҡалған осраҡта, был хаҡта үҙ-ара килешеү төҙөлмәгән булһа, ирегеҙҙең һеҙҙең янда йәшәү хоҡуғы һаҡланмай. Һеҙ судҡа мөрәжәғәт итеп, уны фатирығыҙҙан сығара алаһығыҙ.