102 йәшлек тимәҫһең10.04.2013
102 йәшлек тимәҫһеңРайондың иң өлкән кешеһе тураһында һүҙ сыҡһа, әлбиттә, тәүҙә Иҫке Турай ауылында йәшәүсе Нурлыйыһан Хәләфетдинованы иҫкә алалар.

Бөтә ғүмере ошонда уҙған уның. Тормош юлы ауыр һәм һикәлтәле булһа ла, үҙе артынан бары яҡты эҙ ҡалдырып йәшәгән. Ғаиләлә биш малай араһында үҫкән. Үҫмер саҡтан ураҡ урған, көлтә бәйләгән, 70-әр килограмлы тоҡтар ташыған. Ат ҡараусы булып эшләргә лә тура килгән уға.
19 йәшендә Абзалетдин атлы егеткә тормошҡа сыҡҡан. Бергә 12 йыл ғына йәшәп ҡалған улар. Бөтә уй-хыялдарын емереп, Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Ире Брянск ҡалаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙа һәләк булғас, Нурлыйыһан өс балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала. Ауыр йылдарҙа балаларын ас-яланғас итмәй, яңғыҙы ҡарап үҫтереп, аяҡҡа баҫтыра. Тырыш ҡатын колхоз фермаһында эшләй, ҡул көсө менән 25 һыйыр һауа. Иртәнге сәғәт 5-тән төн уртаһына тиклем гел эш өҫтөндә була. Ҡуҙғалаҡ, балтырған ашы, йыуа, алабута – ул осорҙоң төп аҙығы. Кейгән кейемдәре – киндер туҡыманан, уны ла үҙҙәре теккән.
Үҙ ғүмерендә күпте күргән Нурлыйыһан апай — үтә лә сабыр күңелле кеше, зарланырға яратмай. Әсәй өсөн үҙәкте иң өҙгәне – күҙ алдында йөрөгән балаңды юғалтыуҙыр, моғайын. Ҡыҙы Сәүиә яҡты донъянан бик иртә киткән шул.
Бөгөн районыбыҙҙың иң өлкән кешеһе Нурлыйыһан апай Иҫке Турай ауылында ейәне Фәрүәз Сәлимов ғаиләһендә йәшәй. Килене Венера бик кеселекле, ихтирамлы, уны ололап, хөрмәтләп кенә тора. Фәрүәз Октябрьский ҡалаһында нефтсе булып эшләй. Ихата тултырып мал-тыуар аҫрайҙар. 102 йәшлек Нурлыйыһан апай шат күңелле, хәтере яҡшы, иң мөһиме – һау-сәләмәт, үҙ аяғында йөрөй. Яҡшы тәрбиә ҡылғандары өсөн балаларына, ейәндәренә бик рәхмәтле ул.
Райондың хеҙмәт һәм социаль яҡлау үҙәге лә, ветерандар ойошмаһы ла, ауыл хакимиәте лә өлкән кешене онотмай, хәл-әхүәлен белешеп тора.
Нурлыйыһан апай йәштәрҙе сәләмәт тормош алып барырға, һәр саҡ хәрәкәттә булырға саҡыра. «Шул саҡта ғүмерегеҙ оҙон, сәләмәт булырһығыҙ», – ти ул.


Вернуться назад