Етди хәстәрлек күрелә09.04.2013
Былтырғы ташҡындың һабаҡтарын иҫтә тотоп, йәрмәкәйҙәр быйыл яҙғы һынауға әҙерлекте күпкә алдан башланы.
Иң тәүҙә район хакимиәтенең махсус ҡарары менән ташҡынға ҡаршы комиссия составы раҫланды һәм саралар планы төҙөлдө. Уға ярашлы, һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды, һәр объект буйынса иҫкәртеү, аңлатыу эштәре алып барыла. Аварияға, көтөлмәгән хәлдәргә ҡаршы махсус бригадалар булдырылған. Улар беренсе кәрәк-яраҡ, транспорт, элемтә менән тәьмин ителгән.
– Ташҡын осоронда дүрт махсус ҡотҡарыу бригадаһы эшләйәсәк, – ти Йәрмәкәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нурислам Тимеров. – Уларҙың бөтәһе лә кәмәләр, махсус кейем, ҡотҡарыу жилеттары, канаттар һәм башҡа мөһим әйберҙәр менән тәьмин ителгән. Бының өсөн 50 мең һумлыҡ инвентарь һатып алдыҡ. Һыу баҫыуы ихтимал йорттарҙағы халыҡты эвакуациялау мәсьәләһенә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был йәһәттән «Шишмәкәй» балаларҙы һауыҡтырыу лагерында 70 кеше өсөн урын әҙерләнгән. Зыян күргәндәр һыу ҡайтҡансы йылы бүлмәләрҙә йәшәйәсәк, уларҙы өс тапҡыр ашатыу, медицина йәһәтенән хеҙмәтләндереү ойоштороласаҡ.
Республиканың һыу ятҡылыҡтары боҙҙан әрселә башланы: боҙ ҡарайҙы, йылыуҙар барлыҡҡа килде, һыу ҡалҡты. Ҡайһы бер төбәктәрҙә тәүлек әйләнәһенә яуған ямғырҙан һуң ҡар тиҙ ирене. Барлыҡ һыу һаҡлағыстар ҙа ташҡынға әҙер, тейешле саралар күрелгән. Әлегә республика буйынса ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәгән.