“Яҡташтар рәхмәте” акцияһы09.04.2013
3 апрелдә Рәсәй почтаһының барлыҡ бүлексәләрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 68 йыллығына арналған “Яҡташтар рәхмәте” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы башланды. Ул 9 апрелгә тиклем дауам итә.
Сара Рәсәй почтаһы тарафынан икенсегә үткәрелә. Былтыр ул илдәге иң яҡшы социаль проекттарҙың береһе тип танылды. Башҡортостанда акцияла 100-ҙән ашыу почта бүлексәһе, уҡыусылар ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына меңдән ашыу ҡотлау открыткаһы тапшырылды.
Ҡатнашыу өсөн открытка һатып алырға, ҡотлау һүҙҙәрен яҙырға, бүлексәләге операторға тапшырырға кәрәк. Ветерандарҙың адресын, исем-шәрифен белеү мотлаҡ түгел. “Яҡташтар рәхмәте” Еңеү көнө алдынан Рәсәй почтаһы ойошторған берҙән-бер сара түгел. Апрелдә һәм майҙа шулай уҡ филателия күргәҙмәләре, балалар рәсеме конкурстары, уҡыусылар өсөн почта элемтәһе музейына экскурсиялар ойоштороласаҡ.
“Йәш быуындың киләсәген һаҡлап ҡалған ветерандарыбыҙға ихтирам, хөрмәт күрһәтергә тейешбеҙ, — ти Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы директоры Ирек Ғәлимов. — Улар хаҡында хәстәрлек күреү — ҙур социаль эш. Йыл һайын филиалда ветерандар өсөн тантаналы саралар үткәрелә, өйҙә ярҙам күрһәтелә, тыуған көндәре айҡанлы ҡотлауҙар тапшырыла”.